АРҒЫШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Сарлаҡ а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 37 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 119 км алыҫлыҡта Сайғаш й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 200 кеше; 1920 — 360; 1939 — 477; 1959 — 312; 1989 — 159; 2002 — 132; 2010 — 112 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1749 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мариҙар нигеҙ һала. 1795 й. 67 кеше йәшәгән, 1865 й. 46 йортта — 258 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр.

Ф.Ғөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018