МАШИНАЛАР ЭШЛӘҮ, эшкәртеү сәнәғәтенең комплекслы тармағы. БР‑ҙа ул автомобиль сәнәғәте, приборҙар эшләү, станоктар эшләү һәм инструменттар сәнәғәте, төҙөлөш-юл һәм коммуналь машиналар эшләү, трактор һәм ауыл хужалығы машиналарын эшләү, химия һәм нефть машиналары эшләү, электр техникаһы сәнәғәте һ.б. тора. 20 б. башында Өфө губ. а.х. ҡорамалдарын эшләү б‑са 600 пр‑тие, фабрика-завод тибындағы бер нисә производство була. Улар араһында иң эреләре: Өфө т. юл оҫтаханалары (ҡара: Өфө тепловоздар ремонтлау заводы), Благовещен заводы. 1941—42 йй. респ. башлыса машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү б‑са 86 сәнәғәт пр‑тиеһы эвакуациялана, улар нигеҙендә 85‑се з‑д (ҡара: “Гидравлика” ФДУП‑ы), Өфө кабель з‑ды (ҡара: “Уфимкабель” ААЙ), С.М.Киров ис. Өфө телефон аппаратураһы з‑ды (ҡара: “БЭТО” ААЙ), Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы, Бәләбәй машиналар эшләү заводы һ.б. төҙөлә. 1990—2000 йй. респ. яңы төр продукция етештереү__үҙләштерелә: мотоблоктар һәм мотокультиваторҙар, вагон-цистерналар, персональ электрон иҫәпләү машиналары, газ плиталары, троллейбустар, автобустар, электр ит турағыстары һ.б. БР‑ҙа 2004 й. был тармаҡта 300‑ҙән ашыу пр‑тие һәм производство иҫәпләнгән, ш. иҫ. ӨАПБ, ӨМЭПБ, ӨПЭПБ, Башҡортостан троллейбус заводы, Благовещен арматура заводы, “Витязь” машиналар эшләү компанияһы, “Горнас” ААЙ, Иглин үлсәү заводы, Ишембай станоктар эшләү заводы, Күмертау авиация производство предприятиеһы, Нефтекама автозаводы, “ОЗНА” акционерҙар компанияһы, Өфө электролампа заводы — Яҡтылыҡ, “Салаватнефтемаш” ААЙ, Туймазы автобетоновоздар заводы. М.э. өлөшөнә БР сәнәғәт продукцияһы күләменең 9,5%‑ы тура килә (2004). Продукция етештереү динамикаһы табл. бирелгән. Респ. машиналар эшләү комплексы РФ‑та төп урынды биләй һәм 1300 етештереүсенән тора (2012). Башҡортостан автоматик бетон насостары етештергән берҙән-бер төбәк. Респ. өлөшөнә РФ‑та етештерелгән автоматик бетон бутағыстарҙың 38,9%‑ы, вертолёттарҙың 25%‑ы, универсаль электр двигателдәренең 23,9%‑ы, металл ҡырҡыу станоктарының 21,7%‑ы, ҡыҙҙырма лампаларҙың 16,3%‑ы, троллейбустарҙың 9,1%‑ы, электр трансформаторҙарының 4,9%‑ы тура килә (2012). Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла. 

И.В.Гурьянова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Башҡортостанда машиналар эшләү продукцияһының ҡайһы бер төрҙәрен етештереү

Продукция

1960

1980

2000

2005

Яҡтыртҡыс электр лампалары, млн. дана

108

180

190

169

Радио йышлыҡлы кабелдәр, км

11842

55646

6318

2657

Металл ҡырҡыу станоктары, дана

9195

10189

816

936

Тимерлек-преслау машиналары, дана

2

235

27

11

Ағас эшкәртеү станоктары, дана

1548

223

363

30

Йөк автомобилдәре, дана

-

25200

1033

10

Автобустар, дана

-

-

333

1157

Троллейбустар, дана

-

-

53

85

Автоматик бетон насостары, дана

-

-

13

42