МАНСУР ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ  КОМБИНАТЫ, Учалы  р‑нында тәбиғи таш сығарыу һәм  эшкәртеү эштәре м‑н шөғөлләнгән.  1983 й. Мансур ваҡ таш з‑ды булараҡ  ойошторола, 1995 й. алып М.т.м.к.,  1997 й. — ААЙ, 2005 й. ябыла. Составына  1‑се (Саңғалыҡ габбродиорит төҙөлөш  ташы ятҡылығы) һәм 2‑се (Мансур  гранит ятҡылығы)  тау, таш уйыу,  карьер эсендәге  һәм  т. юл транспорты  һ.б. цехтар  ингән.  Комб‑т ваҡ таш,  борт таштары, йөҙләү  плиталары һәм  тәбиғи таштан блоктар,  архитектура-  төҙөлөш  әйберҙәре  (парапет,  тәҙрә төбө,  баҫҡыс һ.б.) сығарған.  2002 й. 146  кеше эшләгән. Продукцияһы  БР‑ҙа  һәм РФ‑тың башҡа  төбәктәрендә һатылған. 

М.Ғ.Моталов, Ф.Р.Шакиров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.