МАННУРОВ Рәшит Ниғмәтулла  улы [8.7.1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй  кантоны Яңы Таулар а. (хәҙ. БР‑ҙың  Бүздәк р‑ны) — 21.7.1993, Өфө],  Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). СССР‑ҙың  почётлы тимер юлсыһы (1967).  1943—89 йй. Куйбышев т. юлының  Башҡ‑н бүлексәһе Дим ст. локомотив депоһында эшләй: кочегар, паровоз  машинисы, 1955 й. алып  электровоз машинисы, 1959 й. —  машинист-инструктор. Ленин (1966,  1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957)  орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә М.  йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ  ҡуйылған. 

А.Н.Безденежных

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке