МАНАПОВ Ирек Усман улы (7.5. 1947, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Ҡыйышҡы а.), инженер- механик. РФ‑тың атҡ. машиналар эшләүсеһе (2005). ӨАИ‑ны тамамлаған (1972). 1966 й. алып ӨМЭПБ‑ла: 1970 й. башлап инженер-технолог, 1976 й. — цех нач. урынбаҫары, 1981 й. — нач., 1988 й. — баш технолог, 2002 й. — баш инженер. М. ҡатнашлығында һалҡын вальцовкалау ысулы м‑н көрәксәләр әҙерләү технологияһы ғәмәлгә индерелә, нефть ташыу өсөн насостарҙы сериялы етештереү уйлап табыла һәм үҙләштерелә. М. етәкс. АЛ‑31СТ, Д436Т1, УМЗ‑340/341 һ.б. двигателдәр өсөн төп изделиелар етештереүгә технологик әҙерлек үткәрелә. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2009). 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы м‑н бүләкләнгән (2000). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.