ӨФӨ ҠӘБЕРЛЕКТӘРЕ, иртә тимер быуат — иртә Урта быуат археологик ҡомартҡылары. Өфө терр‑яһында урынлашҡан. 40‑ҡа яҡын ҡәберлек асылған һәм өйрәнелгән, тәүге ҡәберлектәр 18 б. аҙ. табылған. Яңы Өфө ҡәберлеге Ананьин мәҙәниәтенә, Ҡара Абыҙ мәҙәниәтенә ҡарай. З.Вәлиди һәм Аксаков, Гоголь, К.Маркс урамдары киҫелешендә урынлашҡан. Майҙаны — 140 га ашыу. 1952—56 йй. Р.Б.Әхмәров, 1960—61 йй. БДУ экспедицияһы тарафынан өйрәнелә. Мәйеттәр ҡәбер соҡорҙарында (тәрәнлеге 1,5 м) салҡан һалып, баштары м‑н төньяҡҡа, аяҡтары м‑н йылғаға ҡаратып ерләнгән. Парлап ерләү осраҡтары бар. Ирҙәр ҡәберҙәрендә ҡорал (тимер һөңгө остары, бысаҡтар, ҡылыстар, тимер, бронза һәм һөйәк уҡ башаҡтары, ҡош башы рәүешендәге фигура м‑н биҙәлгән, оҙон һаплы бронза сүкеү ҡоралы), бронза тәңкәләр м‑н биҙәлгән бил ҡайыштары, алтын фольгаға төрөлгән бронза тәңкә; ҡатын-ҡыҙ ҡәберҙәрендә биҙәүестәр (постаментта ятҡан арыҫлан фигуралары рәүешендә мысыр фаянсынан эшләнгән муйынсаҡтар, быяла муйынсаҡтар; трапеция формаһындағы бронза, спираль кеүек бронза һәм алтын сулпылар), бронза көҙгөләр табылған. 20 б. 20‑се йй. БДМУ терр‑яһында Турбаҫлы мәҙәниәте ҡәберлектәре табыла, уларҙы 1936 й. М.И.Касьянов өйрәнә. Ирҙәр ҡәберендә һайман ҡалдыҡтары, йәйә өсөн һөйәк пластинкалар, өс ҡырлы тимер уҡ башаҡтары, ебәк туҡыма киҫәктәре, алтын фольганан эшләнгән сәскә-айылдар; балалар ҡәберендә көмөш тәңкә, пластиналар һәм керамика ярсыҡтары табылған. Тәрән ҡәбер соҡоронда (1,9 м) ҡатын-ҡыҙ ҡәбере табылған, ул салҡан һалып, башы м‑н төньяҡ-көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән, йөҙө көмөш һымаҡ ялтыр металл еп м‑н йондоҙҙар сигелгән битлек м‑н ҡапланған; семәр м‑н биҙәлгән алтын һырғалар һәм медальондар, оҙонса түңәрәк айыл, таралғы, тамсыға оҡшаш сулпылар, көмөш айылдар, беләҙек, таралғы; ҡыҙыл ебәк туҡыма киҫәктәре табылған. 1939 й. ер эштәре үткәргәндә БДОБТ терр‑яһында 2 ҡәберлек табыла, Б.А.Коишевский, Касьянов тарафынан өйрәнелә. Мәйеттәр тәрән (1,5 һәм 2,16 м) ҡәбер соҡорҙарында салҡан һалып, баштары м‑н төньяҡҡа һәм төньяҡ-көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡәберҙәрҙең береһендә тимер атламалар м‑н беркетелгән таҡта табут табылған. Ҡәбергә арфала уйнаған ҡатын-ҡыҙ һүрәте төшөрөлгән аҡыҡ гемма, алтын сулпы, айыл, шар рәүешендәге һырға, таралғы, баҡыр беләҙектәр, ҡыңғырауға оҡшаш сулпы, хайуан һөйәктәре һалынған. 1946 й. ер эштәре башҡарғанда Социалистик (хәҙ. М.Кәрим урамы) һәм Киров урамдары киҫелешендә 6—7 бб. ҡараған ҡәбер табылған. Мәйет (баш һөйәгенең формаһы яһалма рәүештә оҙонайтылған) салҡан һалып, башы м‑н төньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Бронза һауыт, алтын фольга м‑н ҡапланған айылдар һәм быяла ҡашлы биҙәүестәр, баҫып төшөрөлгән биҙәкле ярым ай формаһындағы айылдар, тимер бысаҡ табыла. 1987 й. Егор Сазонов урамында төҙөлөш эштәре ваҡытында ҡәберлек табыла. Унда алтын һәм көмөш фольга м‑н көпләнгән ағас ҡынға һалынған тимер бысаҡ, бронза ауыҙлыҡ м‑н ике өлөшлө йүгән, бронза һәм тимер таралғылар, ҡыңғырау формаһында бронза сулпылар, алтын фольга м‑н көпләнгән, кеше йөҙө төшөрөлгән айылдар; алғы йөҙөнә, фаразланыуынса, тулы ҡоралланған ике рим һуғышсыһы һүрәте төшөрөлгән брон‑ за айыл табылған. Ө.ҡ. тимер быуат осоронда Өфө терр‑яһында халыҡ йәшәгәнлеген раҫлай. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында, Милли музейҙа һаҡлана.

Әҙәб.: И в а н о в В.А., О б ы д ё н н о в М.Ф. Археология города Уфы. Уфа, 2001; М а ж и т о в Н.А., С у н г а т о в Ф.А., С у л т а н о в а А.Н. Сокровища древней Уфы. Уфа, 2008.

В.А.Иванов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.