ӨФӨ ҠӘБЕРЛЕГЕ, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4—3 бб. ҡарай. “Йәшел Сауҡалыҡ” шифаханаһы терр‑яһында Лысая тауынан төньяҡ-көнбайышта урынлашҡан. 1911 й. асыла, 1911—12 йй. В.В.Гольмстен, Д.Н.Эдинг, 1973 й. Ю.А.Морозов тарафынан өйрәнелә. Ҡурғанһыҙ ҡәберлектәргә ҡарай. Яҡынса 28 ҡәбер өйрәнелгән. Мәйеттәр һай ҡәбер соҡорҙарында салҡан килеш, баштарын башлыса көнбайышҡа ҡаратып берәрләп ерләнгән, ҡәберҙәрҙә күмер киҫәктәре осрай. Ирҙәр ҡәберендә ҡорал (бронза һәм һөйәктән эшләнгән өс ҡырлы уҡ башаҡтары, тимер һөңгө остары, бысаҡтар, һаҙаҡ ырғаҡтары), биҙәүестәр (бронза тәңкәләр), ҡатын‑ҡыҙҙыҡында бронза ҡаптырмалар, йәнлек һыны рәүешендә эшләнгән тәңкәләр м‑н биҙәлгән бил ҡайыштары, биҙәүестәр (бронза тәңкәләр, сикә сулпылары, муйын ҡулсалары, беләҙектәр, йөҙөктәр) табылған. Ҡомартҡы материалдары Тарих музейында (Мәскәү), Археология һәм этнография музейында, Милли музейҙа һаҡлана.

Әҙәб.: П ш е н и ч н ю к А.Х. Кара-абызская культура (население центральной Башкирии на рубеже нашей эры) //Археология и этнография Башкирии. Т.5. Уфа, 1973.

В.В.Овсянников

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Текст на русском языке