ӨФӨ ҠАЛАСЫҠТАРЫ, б.э.т. 4 б. — б.э. 14 б. археологик ҡомартҡылары. Өфө терр‑яһында урынлашҡан. Ө.ҡ.I, ҡара: Шайтан ҡаласығы. Ө.ҡ.II, ҡара: Өфө II. Ө.ҡ.III З.Вәлиди, Воровской, Яңы күпер, Окт. Революцияһы, Пушкин, Туҡай урамдары тирәһендә урынлашҡан. 1952 й. асыла, 1954 й. П.Ф.Ищериков, 1990 й. В.В.Овсянников тарафынан өйрәнелә. Керамика Бахмут мәҙәниәте, Турбаҫлы мәҙәниәте һауыттары ярсыҡтарынан ғибәрәт. Ө.ҡ.II һәм Ө.ҡ.III берҙәм археологик комплексты тәшкил итә. Ө.ҡ.IV Салауат Юлаев һәйкәле янында урынлашҡан. 1967 й. А.Х.Пшеничнюк аса. Керамика Ҡара Абыҙ мәҙәниәте һауыттары ярсыҡтарынан тора. Уҡ башаҡтары, балсыҡ орсоҡбаштар һәм хайуан һөйәктәре табылған. Ө.ҡ.V Өфө спорт һарайы янында урынлашҡан. 2002 й. Овсянников тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Керамика Ҡара Абыҙ һәм Бахмут мәҙәниәттәре һауыттары ярсыҡтарынан тора. Өфө тамағы ҡаласығы Өфө й. уң ярындағы моронда йылға тамағынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1959 й. Г.Н.Матюшин аса, 1990 й. Овсянников өйрәнә. Ҡаласыҡ (майҙаны яҡынса 7 мең м2) ур һәм соҡор (тәрәнлеге 0,5 м, киңлеге 3 м) м‑н һаҡланған. Керамика Ҡара-Абыҙ мәҙәниәте һауыттары ярсыҡтарынан ғибәрәт. Ҡомартҡылар халыҡтың Өфө терр‑яһына тимер быуат һәм иртә Урта быуат дәүерендә килеп ултырыуын раҫлай. Материалдар БДУ, Тарих музейы (Мәскәү), ТТӘИ, Археология һәм этнография музейы, Ғилми-производство үҙәге, Милли музей фондтарында һаҡлана.

Әҙәб.: И в а н о в В.А., О б ы д ё н н о в М.Ф. Археология города Уфы. Уфа, 2001.

В.В.Овсянников

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.