ӨФӨ АГРЕГАТ ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ, ААЙ. Авиация, автомобиль, нефть, атом, газ сәнәғәттәре өсөн электр м-н тәьмин итеү системаһы агрегаттарын һәм башҡарма механизмдарҙы эшләү, етештереү, сервис хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау эштәрен башҡара. Составына гальваника, ҡойоу, керамика, махсус техника йыйыу (3), механик йыйыу, штамплау, механика, шәмдәр һәм халыҡ ҡулланыуы тауарҙары йыйыу цехтары инә. 2013 й. 2500 кеше эшләгән. Ту, Ил, Ан, Су, МиГ, Як маркалы самолёттар һәм Ка, Ми вертолёттары өсөн юғары аныҡлыҡтағы техника етештерә. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ-тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла. 1941 й. Өфөгә эвакуацияланған 161-се Дәүләт союз з-ды (1935 й. нигеҙләнгән, Мәскәү; авиация ҡабыҙыу шәмдәре етештергән) базаһында ойошторола, 1966 й. алып Өфө агрегат з-ды; 1971 й. – “Молния” Өфө агрегат КБ м-н берләшкәндән һуң Өфө агрегат- конструкторлыҡ берекмәһе (1972–2001 йй. СССР-ҙың 50 йыллығы ис. берекмә), 1978 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 2001 й. – ААЙ (составына Өфө электротехник изделиелар з-ды ингән, 1975 й. нигеҙләнгән); Яңы Әптек саң һурҙырғыстар корпусы етештереү з-ды, 1988, Ишембай р-ны), 2011 й. хәҙ. статусын ала, 2013 й. алып “Ростехнологии” Дәүләт корпорацияһының «“Авиация ҡорамалдары” концерны» ААЙ составына инә. Пр-тие тарафынан СССР-ҙа тәүге тапҡыр поршенлы һәм реактив двигателдәр өсөн керамик изоляциялы шәмдәр (1955), реактив авиация өсөн һыйышлы ҡабыҙыу системалары, реактив двигателдәр өсөн ярым үткәргесле һәм эрозия шәмдәре (икеһе лә – 1957), авиация двигателдәренең ҡабыҙыу системалары өсөн слюда конденсаторҙары (1961); РФ-та – авиация двигателдәре өсөн плазмалы ҡабыҙыу системалары (2009) эшләп сығарыла һәм үҙләштерелә. Пр‑тие м-н С.А.Герасименко, В.Ф. Гражданкин, Ю.И.Дмитриев, Г.В.Панков һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 Текст на русском языке