АРҒЫНБАЕВА Светлана Роберт ҡыҙы (8.1.1966, Сибай ҡ.), йырсы (меццо‑сопрано). БР‑ҙың халыҡ (2003) һәм атҡ. (1995) артисы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1993; Р.Ғ.Ғәлимуллина класы) БДОБТ солисы. Бай тембрлы матур тауышлы йырсы, сағыу актёрлыҡ һәләтенә эйә. БДОБТ‑ла төп партиялары: Розина (“Севилья цирюльнигы” — “Севильский цирюльник”, Дж.Россини; дебют, 1994), Көнбикә (“Салауат Юлаев”), Яубикә (“Шәүрә”), Кармен (Ж.Бизеның ш. уҡ исемле операһы), Амнерис (“Аида”, Дж.Верди) һ.б. 1994—97 йй. Опера сәнғәте академияһында (Озимо ҡ., Италия) стажировка үтә. Концерт репертуарында сит ил һәм ватан композиторҙарының вокаль әҫ. һәм опера ариялары, башҡ. халыҡ йырҙары. “Лисео” (Барселона ҡ.), “Перес Гальдос” (Лас‑Пальмас ҡ.; икеһе лә — Испания), “Россини” (Пезаро ҡ., Италия), “Театро Муничипале” (Сан‑Паоло, Бразилия) һ.б. театрҙарҙа йырлай. Р.Кабаиванска, Ф.Косотто, Л.Лима, Л.Нуччи һ.б. м‑н сығыш яһай. Бразилия, Германия, Испания, Италия, Франция илдәрендә гастролдәрҙә була. Дж.Виотти ис. Халыҡ‑ара башҡарыусылар конкурсы лауреаты (Верчелли ҡ., Италия, 1994), С.Я.Лемешев ис. Халыҡ‑ара опера йырсылары (Тверь ҡ., 1992), Ф.Виньяс ис. вокалсылар (Барселона ҡ., Испания, 1993), Л.Вольпи ис. опера йырсылары (Латина ҡ., Италия, 1995) конкурстары дипломанты.

Ғ.Л.Ғәлимова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке