ӨПӘЙ, башҡ. ҡәбиләһе. Әйле ырыу-ҡәбилә берләшмәһе составында булған. Тамғалары: . Этник яҡтан төрки ҡәбиләләрҙең ҙур йоғонтоһон кисергән фин-уғыр ҡәбиләләренә барып тоташа. “Өпәй” этнонимы сыуаштарҙа билдәле. 13—14 бб. көньяҡ Урал алдынан төньяҡҡа һәм төньяҡ-көнсығышҡа күсенеп, Әй й. басс. таралып ултырғандар, бында улар ҡошсо, һыҙғы, әйле ҡәбиләләре м‑н күрше булған. 17—18 бб. Ө. таралып ултырыу терр‑яһы Көңгөр ҡ. киңлегенә еткән. 18 б. аҙ. — 19 б. Өфө й. уң ярындағы ерҙәрҙең бер өлөшө тау заводтары (ҡара: Тау сәнәғәте) төҙөү өсөн тартып алына, ҡалған өлөшөнә керҙәштәр сифатында урыҫтар һәм татарҙар килеп ултыра. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Себер даруғаһының Өпәй улусын тәшкил итә. 18—19 бб. аҙ. ҡәбиләнең таралып ултырыу терр‑яһы Красноуфимск өйәҙенә, Троицк өйәҙенә (19 б. уртаһында 1 меңгә яҡын өпәйле иҫәпләнгән), идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 2‑се, 3‑сө (ар‑ табан 4‑се Көнбайыш, 5‑се) башҡ. кантондарына (1798—1854 йй.) ҡарай. Хәҙ. ҡәбилә йәшәгән ерҙәр БР‑ҙың Мәсетле р‑нына, Свердловск өлк. Түб. Һирге р‑нына ҡарай.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.В.Хәкимова