ӨМӘ, башҡорттарҙа бер‑береңә ярҙам итеү йолаһы, община эсендә үҙ‑ара мөнәсәбәттәр нормаларының береһе. Күмәкләп ауылдарҙы төҙөкләндереү (ҡара: Ауыл), юл һәм күперҙәр төҙөү, мәсет һ.б. һалыу (ҡағиҙә булараҡ, был эштәрҙә ир‑ат ҡатнашҡан) Ө. айы‑ рыуса әһәмиәтле формаһы булып һаналған. Уны ойоштороу б‑са ҡарарҙы аҡһаҡалдар ҡоро ҡабул иткән. Башҡорт общинаһы тормошонда Ө. янғын ваҡытында, башҡа тәбиғи бәлә‑ҡаза килгәндә, туй йолалары, ерләү йолалары үткәргәндә әһәмиәте ҙур булған. Ағас әҙерләгәндә, өй, мунса, келәт төҙөгәндә, ер һөргәндә, бесән сапҡанда, ураҡ урғанда, иген һуҡҡанда, ат көсө м‑н көлтә әҙерләгәндә һ.б. Өмәгә ир‑атты саҡырғандар. Ҡатын‑ҡыҙ күмәкләп өй эштәрен: кейеҙ баҫыу, тула баҫыу, туҡыусылыҡ, йөн иләү, киндер йомшартыу, еп иләү һәм бәйләү, бирнә әҙерләү һ.б. эшләү өсөн йыйылғандар; күп кенә райондарҙа ҡаҙ өмәһе үткәреү йолаһы барлыҡҡа килгән. Ит әҙерләү, һарыҡ йөнөн ҡырҡыу, ураҡ урыу, иген һуғыу һәм башҡа төр эштәр м‑н ирҙәр ҙә, ҡатын‑ҡыҙҙар ҙа шөғөлләнгән. Эштәр тамамланғас, Ө. ҡатнашыусыларҙы һыйлар өсөн башҡорт аш‑һыуының традицион ризыҡтарын (бишбармаҡ, ҡымыҙ һ.б.) әҙерләгәндәр. Башҡорттарҙа йола, бер ни ҡәҙәр үҙгәреп, һаҡланып ҡалған, хәҙер ҙә айырым ғаилә ниндәйҙер ашығыс эш эшләргә кәрәк булһа (урман ҡырҡыу, өй төҙөү, бесән сабыу, ураҡ урыу, иген һуғыу һ.б.) туғандарын һәм күршеләрен саҡыра. Ҡатын‑ҡыҙҙарҙың тула баҫыу, орсоҡ иләү, киндер иләү, етен иләү һ.б. Өмәләре традицияға әйләнгән.

С.Н.Шитова

Тәрж. М.В.Хәкимова

ҠАҘ ӨМӘҺЕ

Текст на русском языке

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018