ОРАН (һөрән), саҡырыу, өндәү. Башҡорттар О. хәүеф янағанда йәки яу ваҡытында ырыуҙаштарын бер урынға саҡырыу өсөн файҙаланған. Онгон һәм тамға м‑н бер рәттән ул ырыу-ҡәбиләнең иң изге атрибуттарының береһе һаналған (ҡара: Башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә ҡоролошо). О. ярҙамында бөтә ырыуға зыян килтерелеүе мөмкин, тип иҫәпләнгән, шуға күрә уны башҡа ырыу һәм ҡәбилә кешеләренән йәшереп тотҡандар. Йыш ҡына О. итеп ысынбарлыҡта булған йәки уйлап сығарылған ырыу башының исемен файҙаланғандар. Мәҫ., бөрйән, ҡыпсаҡ (көнсығыш), үҫәргән ҡәбиләләрендә (ҡайһы бер ырыуҙарында) — “тоҡсоба”; әйлеләрҙә — “салауат”; ҡаңлы, ҡыпсаҡ (көнбайыш), мең ҡәбиләләрендә — “байһонғор”; үҫәргәндәрҙең ҡайһы бер ырыуҙарында — “мөйтән” һ.б.

Р.М.Йосопов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика