ОНГОН (монголса), ғаилә йәки ырыу башлығының рухы, уның изге һынланышы. Ҡайһы бер монгол һәм төрки халыҡтарҙың традицион рухи мәҙәниәтендә таралған. Башҡорттарҙа тотем хайуан, ҡош йәки ағас (ҡара: Тотемизм); исламға тиклемге дини инаныуҙарҙың традицион элементы. Оран һәм тамға м‑н бер рәттән ырыу-ҡәбиләнең төп изге атрибуттарының береһе иҫәпләнгән (ҡара: Башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә ҡоролошо). Хайуандарҙан айырыуса бүре, ат, болан, ҡоштарҙан — нигеҙҙә, ыласындар ғаиләһенә ҡараған ҡоштар (бөркөт, шоңҡар, ҡарсыға), һирәгерәк торна, ҡарға, һайыҫҡан, ябалаҡ, төйлөгән, ағастарҙан — шыршы, имән, өйәңке, ҡарама, миләш, ерек, ҡайын, ҡарағас, ҡарағай, артыш изге һаналған. Кеше вафат булғандан һуң уның йәне ырыу ағасына күсә, артабан ҡош булып “юғары донъяға” күтәрелә, тигән инаныу йәшәгән. Хөрәфәттәргә ярашлы, О. хәүеф тыуғанда ырыуға ярҙам иткән, юл күрһәткән, ут табырға ярҙамлашҡан. Ниндәйҙер мөһим сара алдынан, хәрби поход йәки һуғыш ваҡытында О. күренеүе (күктәге ҡош йәки ерҙәге хайуан) яҡшыға юралған. О. төрлө өлөштәре (бүре тештәре, болан мөгөҙө, һөйәк, ҡош ҡаурыйҙары, ағас өлөштәре һ.б.) һаҡлағыс итеп файҙаланылған.

Р.М.Йосопов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика