ОЛО ҠАРАҒАН ҠӘБЕРЛЕГЕ, 2—3 бб. археологик ҡомартҡыһы. Силәбе өлк. Александровка ҡасабаһынан төньяҡ- көнсығышҡа табан 3,5 км алыҫлыҡта Оло Ҡараған й. (Урал й. ҡушылдығы) һул ярында урынлашҡан. 1971 й. Урал археологик экспедицияһы тарафынан асыла, 1987 й. С.Г.Боталов өйрәнә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. 14 ҡурған тикшерелгән, улар 2 төп төркөмгә бүленә: тупраҡ өйөп яһалған оҙонса түңәрәк йәки һуҙынҡы формала; түңәрәк формаһында, өйөм сите буйлап соҡор ҡаҙылған һәм күп буш ҡәберҙәр (кенотафтар) урынлаштырылған. Ҡәбер соҡорҙары тар булып меридиональ йүнәлештә теҙелгән. Мәйеттәрҙең күпселеге салҡан килеш (ҡайһы берҙә ҡабырғала) баштары м‑н төньяҡҡа һәм төньяҡ-көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән, аяҡ остарына һауыттар ултыртылған. Мәйеттәрҙе ҡәбер соҡорҙарында яртылаш яндырыу, көпләнгән ҡәберҙәрҙә ҡабырғалағы уйымдарға һауыттар ҡуйып ерләү осраҡтары бар. Ҡайһы бер ҡәберҙәрҙә ҙур табуттар, баҫҡыс-киртләстәр, яндырылған балсыҡ ҡатламдары табылған. Керамика көршәк әйләнәһендә эшләнгән көршәк һәм сүлмәктәрҙән ғибәрәт. Ҡәбергә бронза ҡаҙан һәм тамға рәүешендәге биҙәктәр төшөрөлгән көҙгө, тимер бысаҡтар, таралғылар, фибулалар, төрлө формалағы тәңкәләр, тимер һәм һөйәк уҡ башаҡтары һалынған. Ҡомартҡы алан, һун һәм сарматтарҙың Көньяҡ Урал аръяғы терр‑яһына үтеп инеү процесын сағылдыра. О.Ҡ.ҡ. материалдары Силәбе ун‑ты фондында һаҡлана.

Әҙәб.: Б о т а л о в С.Г. Большекараганский могильник II—III вв. н.э. //Кочевники Урало-Казахстанских степей. Екатеринбург, 1993; Аркаим: некрополь (по мате‑ риалам кургана 25 Большекараганского могильника) / Д.Г.Зданович [и др.]. Кн.1. Челябинск, 2002.

Ф.А.Сөнәғәтов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика