АРҒЫМАҠ, ауыл, 1989 й. алып Дүртөйлө ҡ. составында. Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 122 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 381 кеше; 1920 — 474; 1939 — 529; 1959 — 249; 1989 — 399; 2002 — 469; 2010 — 451 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Ат спорты комплексы, “Ағиҙел” шифахана‑профилакторийы, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 17 б. 2‑се ярт. алып билдәле (ш. уҡ һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән бобылдәр теркәлгән). 1795 й. 12 йортта 62 кеше йәшәгән (мишәрҙәр ҙә иҫәпкә алынған), 1865 й. 30 йортта — 172 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. мәсет (1890 й. төҙөлгән), мөгәзәй теркәлгән. Э.Әғзәми ошо ауылда тыуған.

Ф.Ғөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018