НУҒАЙБӘКТӘР, керәшендәр составындағы этнографик төркөм. Н. һаны 2002 й. РФ‑та 9,6 мең (башлыса Силәбе өлк. Нуғайбәк һәм Сыбаркүл р‑ндарында йәшәйҙәр), БР‑ҙа — 40; 2010 й. ошоға ярашлы — 8,2 мең һәм 38 кеше. Н. теле татар теленең урта диалектына ҡарай. Диндар Н. православие динен тота. Н. тәүге ауылдары Башҡортостанда 17 б. 2‑се ярт. Кама аръяғы сик һыҙығы буйлап барлыҡҡа килә. 18 б. Н. казак ҡатламына күсерелеп, яһаҡ түләүҙән азат ителә һәм ер биләү хоҡуғы ала. 18 б. аҙ. алып Н. Бәләбәй өйәҙендә йәшәй; 1842 й. Верхнеурал өйәҙенә, Троицк өйәҙенә һәм Ырымбур өйәҙенә күсерелә. Ырымбур епархияһы мәғлүмәттәре б‑са, 20 б. башында Н. һаны яҡынса 12 мең була. Н. хужалығында төп урынды игенселек м‑н малсылыҡ биләгән. Бойҙай, һоло, арыш, арпа, киндер, етен үҫтергәндәр. Һабан, тырма, ураҡ, салғы төп ер эшкәртеү ҡоралдары булған. Малдарҙы көтөүҙә йөрөткәндәр һәм ҡурала аҫрағандар. Ҡош (тауыҡ, ҡаҙ, өйрәк, күркә) тотҡандар. Таш сығарыу, ылау йөрөү, арба-сана яһау һәм сауҙа м‑н шөғөлләнгәндәр. Н. башлыса бәләкәй һәм ҙур ауылдарҙа йәшәгән, уларҙы йылға буйҙарына урам-квартал итеп төҙөгән. Ихаталарҙың күпселеге берҙәм комплекс хасил итеп, торлаҡ йорттан һәм хужалыҡ ҡаралтыларынан торған. Буранан һәм самандан һалынған 4, 5 мөйөшлө өйҙәр 2 йәки 4 яҡлы ҡыйыҡ м‑н ябылған. Йорт стеналарын балсыҡ м‑н һылап, аҡлағандар. Икона, мейес, һандыҡ, һике, ағас карауаттар, һауыт- һаба шкафы өйҙөң традицион интерьерын тәшкил иткән; ш. уҡ йәм биреү өсөн кейеҙ, ҡорған, шаршау, таҫтамалдар ҡулланылған. Традицион ҡатын-ҡыҙ кейеме аҡлы-ҡаралы йәки зәңгәрле-ҡаралы ваҡ шаҡмаҡтар м‑н биҙәлгән сөм ҡыҙыл сыбар туҡыманан тегелгән бала итәкле мул күлдәктән торған. Уның өҫтөнән эре шаҡмаҡлы сыбар туҡыманан тегелгән тар күкрәкле алъяпҡыс кейелгән. Эске кейемде буй биҙәкле туҡыманан теккәндәр. Төҫлө плис, бәрхәт, кешмирҙан тегелгән елән өҫ кейеме булған, уны тыштан билғау м‑н быуғандар. Яҙлы-көҙлө аҡ йәки ҡара буҫтауҙан билле сәкмән йөрөткәндәр. Кейем-һалымды биҙәү өсөн биҙәкле туҡыма һәм аппликация файҙаланылған. Ир-егеттәрҙең өҫ кейеме кәзәкей, ҡыҫҡа итәкле бишмәт, тар билле пальто, буҫтау сәкмән булған. Эске кейем мул итеп аҡ йәки сыбар туҡыманан тегелгән ҡыйыҡ яғалы күлдәктән һәм ыштандан торған. Ир-егеттәр йәйен башына фуражка, ҡышын ҡаракүл папаха кейгән. Яғаһы һәм еңдәре сигелгән күлдәк туй кейеме булған. Ҡышын ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа иләнгән тун кейгән. Ҡыҙҙарҙың традицион баш кейеме ҡалын кизе-мамыҡ туҡыманан йәки йөндән бәйләнгән маңлай тирәһе һырлап биҙәлгән аҡ ҡалпаҡтан торған. Уны уҡалы маңлайса, киндерҙән сатин ҡушып тегелгән һәм тәңкәләр м‑н биҙәлгән сәс үргес м‑н бергә йөрөткәндәр. Кейәүгә сыҡҡан ҡатындар башына ян‑яғы тәңкә м‑н биҙәлгән башлыҡ һәм ябыу кейгән. Калуш, эсе кейеҙ м‑н йылытылған ағас табанлы сабата иң киң таралған аяҡ кейеме иҫәпләнгән. Ҡышын эт тиреһенән тегелгән байпаҡ һәм буҫтау ойоҡ м‑н сабата кейгәндәр. Тәңкәләр м‑н биҙәлгән түшелдерек, тәңкә сулпыларҙан торған гравёрланған пластинкалы беләҙектәр традицион биҙәнеү әйберҙәре һаналған. Балдаҡтар ш. уҡ тәңкә сулпылар м‑н биҙәлгән. Н. аш-һыуында ҡамыр аштары һәм ярма киң таралған. Туҡмас һәм май, әсе сыр һалынған һурпала йәки һыуҙа бешерелгән берәй ярма, йышыраҡ бойҙай, бутҡаһы традицион ризыҡ иҫәпләнгән. Ит аҙыҡтары башлыса һарыҡ, быҙау йәки ҡош итенән әҙерләнгән. Һөттән ҡатыҡ, ҡорот, ҡаймаҡ, айран, эремсек яһағандар; ыуыҙ эскәндәр. 19 б. аҙ. Н. бәләкәй һәм ҙур ғаилә була. Ғаилә тормошонда патриархаль традициялар һаҡланып ҡала. Ғаиләләр ҡоҙалау юлы м‑н барлыҡҡа килгән, ҡыҙ урлау йолаһы ла булған. Н. йолаларының иң сағыуҙары туй йолаларына бәйле. Святки, Раштыуа, Масленица, Пасха, Троица һ.б. (ҡара: Православие байрамдары) билдәләнгән. 20 б. башына тиклем традицион дини инаныуҙар, ғөрөф- ғәҙәт һәм йолалар, ҡорбан килтереү (болондарҙа бергәләп намаҙ ҡылыу, ата-бабаны иҫкә алыу йолалары һ.б.; ҡара: Мәжүсилек) һаҡланған. Халыҡ ижады күп төрлө (бәйеттәр, әкиәттәр, йырҙар, притчалар һ.б.), хор м‑н йырлау муз. фольклорҙың үҙенсәлекле төрө иҫәпләнә. 

А.Ф.Ғәлиев

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика