МОРАҘЫМ ТОРАҺЫ ҺӘМ ЯҘЫУЫ, б.э.т. 12—6 мең йыллыҡтарға ҡараған археологик ҡомартҡы. Күгәрсен Мораҙым тарлауығы тәбиғи паркы р‑ны 3‑сө Юлдыбай а. янында Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушыл‑ дығы) уң ярында йылға кимәленән 102 м бейеклектә Мораҙым тарла- уығында урынлашҡан. Мораҙым тораһы Күгәрсен мәмерйәһендә (1‑се Мораҙым; коридор тибында, оҙон‑ лоғо 69 м) урынлашҡан. 1942 й. Н.А.Преображенский тарафынан асыла, 1960 й. О.Н.Бадер өйрәнә. 49,5 м2 ер ҡаҙылған. Хайуан һөйәктәре, саҡматаш ярғыстар, бысаҡҡа оҡшаш пластиналар, ҡырғыс табылған. Мораҙым яҙыуы (ҡара: Ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр) 1984 й. Иҫке Мораҙым мәмерйәһендә (2‑се Мораҙым; коридор тибында, оҙонлоғо яҡынса 210 м) табыла. Мәмерйә ауыҙынан уңдараҡ 60 м алыҫлыҡта иҙәндән 1,5—2 м бейеклектә урынлашҡан. Кеше һыны рәүешендәге 3 төркөм фигураларҙан (2‑һе аҫта, 6‑һы стена уртаһында, 3‑һө яңғыҙар) тора. Һүрәттәр ҡыҙыл охра м‑н төшөрөлгән, дөйөм майҙаны 1×2 м. Ҡомартҡы таш быуат дәүерендә Көньяҡ Урал халҡының мәмерйәләрҙе табыныу уры‑ ны итеп файҙаланыуын раҫлай.

В.Г.Котов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке