МӘҘӘНИ-ТАРИХИ БЕРЛЕК, раса һәм этногенетик сығышы б‑са берләшкән һәм матди (керамика формаһы һәм биҙәлеше, торлаҡ, ҡорал һәм биҙәүес типтары), ш. уҡ рухи (дини ҡараштары, ерләү йолаһы элементтары) мәҙәниәттә дөйөм элементтары булған археологик мәҙәниәттәр йыйылмаһы. Билдәле бер М.‑т.б. ҡәбиләләре бер хужалыҡ-мәҙәни типҡа ҡарағандар, фараз ителеүенсә, бер үк тел диалекттарында һөйләшкәндәр. Көньяҡ Уралға энеолит аҙағында — бронза быуаты башында боронғо Соҡор М.‑т.б. бер өлөшө булған Урал буйы Соҡор мәҙәниәте ҡәбиләләре килеп ултырған, улар үҙҙәре Днепр, Дон, Төньяҡ Кавказ һәм Волга буйы мәҙәниәттәренә бүленгән. Был мәҙәниәттәр бер-береһенән керамика б‑са айырылып, ерләү йолаһы элементтары б‑са берләшкәндәр: ҡурғанлы ҡәберлектәр эшләп, тәрән ҡәбер соҡорҙарында мәйеттәр берәрләп, бөгәрләнгән килеш уң ҡабырғаға һалып, башы м‑н көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән. Бронза быуатында Көньяҡ Урал буйына Бура М.‑т.б. ҡәбиләләре килеп ултыра, улар биләгән терр‑я Дунай й. түбәнге ағымына барып еткән (ҡара: Бура мәҙәниәте). Ерләү йолаһы б‑са берләшкәндәр: мәйеттәр ҡурғандар аҫтында тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында, һул ҡабырғаға һалып ерләнгән. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡтың 2‑се ярт. ҡараған Андрон М.‑т.б. т‑да күп мәғлүмәт билдәле, уның мәҙәниәттәрен керамика һәм ерләү йолаһы үҙенсәлектәре берләштерә. Был берлеккә Фёдоровка мәҙәниәте, Петровка мәҙәниәте, Һынташты мәҙәниәте, Алакүл мәҙәниәте, Черкаскүл мәҙәниәте һәм Сарғары мәҙәниәте инә. Иртә тимер быуатта Ағиҙел й. түбәнге ағымы басс. Волга-Кама буйы терр‑яһын үҙ эсенә алған Ананьин М.‑т.б. көнсығыш өлөшөн тәшкил иткән Кама буйы Ананьин мәҙәниәте ҡәбиләләре килеп ултыра. Бәләкәй генә соҡорло биҙәк һыҙаты һәм горизонталь тулҡынлы һыҙыҡтар, бау орнаменты м‑н биҙәлгән түңәрәк төплө табаҡ һымаҡ һауыттар уның үҙенсәлекле билдәләре иҫәпләнә. Б.э.т. 1‑се мең йыллыҡ аҙағында Ананьин М.‑т.б. нигеҙендә Пьяный Бор М.‑т.б. фор‑ малаша, ул Көньяҡ Уралда Пьяный Бор мәҙәниәте булараҡ билдәле.

Әҙәб.: З д а н о в и ч Г.Б. Бронзовый век Урало-Казахстанских степей. Свердловск, 1988; М о р г у н о в а Н.Л., К р а в  ц о в А.Ю. Памятники древнеямной культуры на Илеке. Екатеринбург, 1994.

В.А.Иванов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке