НИКОЛАЕВКА ҠӘБЕРЛЕГЕ, Бура мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 16—15 бб. ҡарай. Стәрлетамаҡ р‑ны Николаевка а. төньяҡ-көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Стәрле й. һул ярында урынлашҡан. 1934 й. Р.Б.Исмәғилев тарафынан асыла һәм 1981 й. өйрәнелә, 2004—06 йй. Ю.А.Морозов һәм М.С.Чаплыгин тикшерә. Тупраҡ өйөп яһалған ҡурғанлы ҡәберлектәр (диам. 10—40 м, бейеклеге 0,1—2 м) иҫәбенә инә. 11 ҡурған табылған, 9‑ы өйрәнелгән, һәр береһендә 1—11 ҡәбер асыҡланған. Бер ҡурғандың өйөмөндә Сармат мәҙәниәтенең иртә осорона ҡараған ҡурған ситендә урынлашҡан ҡәбер табылған. Мәйеттәр тура мөйөшлө йәки оҙонса түңәрәк һай ҡәбер соҡорҙарында бөгәрләнгән килеш һул ҡабырғаһына (ҡомартҡының Бура мәҙәниәте өлөшөндә) йәки салҡан (Сармат мәҙәниәте өлөшөндә) һалып, баштары м‑н көньяҡҡа, көньяҡ-көнбайышҡа йәки төньяҡҡа ҡаратып ерләнгән; кремация эҙҙәре бар. Ағас ҡоролма ҡуйылған ҡәберҙәргә парлап ерләү осраҡтары табылған. Керамика ауыҙ ситтәре тышҡа ҡарай бөгөлгән, горизонталь кәкерсәктәр һәм һырҙар, тешле штамп эҙҙәре, өсмөйөштәр һәм ромбтар м‑н биҙәлгән балсыҡтан әүәләнгән яҫы төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәберҙәргә ҡорал (1 бронза һәм һөйәк уҡ башаҡтары), ат егеү кәрәк-ярағы (ауыҙлыҡ), эш ҡоралдары (бронза ураҡтар, беҙҙәр, таш ҡайраҡтар), биҙәүестәр (бронза беләҙектәр, алтын ҡалайға төрөлгән сулпылар, алтын ялатылған лигнит һәм быяла муйынсаҡтар), уйын ашыҡтары, хуш еҫле үләндәр яндыра торған һауыт һалынған. Ҡомартҡы бронза быуаты һәм тимер быуат ҡәбиләләренең, ш. иҫ. сарматтарҙың, Көньяҡ Уралға күсеп ултырыу процесын сағылдыра. Материалдары Стәрлетамаҡ музейында, Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: М о р о з о в Ю.А., Ч а п л ы г и н М.С. Новый памятник раннесарматской культуры в Южном Приуралье //Южный Урал и сопредельные территории в скифо-сарматское время. Уфа, 2006; И с м а г и л о в Р.Б., М о р о з о в Ю.А., Ч а п л ы г и н М.С. Николаевские курганы (“Елена”) на реке Стерля в Башкортостане. Уфа, 2009.  

В.Г.Котов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика