“АРҒУЖА”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Легендаһын һәм поэтик тексын тәүге тапҡыр 20 б. 20‑се йй. С.Сәлимов яҙып ала һәм “Башҡорт аймағы” йыйынтығында (1929, №7) баҫтыра. 30‑сы йй. тәүге тапҡыр фонографҡа яҙҙырыла, “РСФСР халыҡтары фольклоры” (“Фольклор народов РСФСР”; 1979) йыйынтығында донъя күрә. Йыр лирик‑эпик характерҙа. Барлыҡҡа килеүе Силәбе өйәҙе Ялтыр а. кешеһе Шәрәфетдин Вәйсилевтең яҙмышы м‑н бәйле. Ул 19 б. уртаһында тау заводтары төҙөү ниәте м‑н башҡ. ерҙәрен тартып алыуға ҡаршы сыға, шуның өсөн һөргөнгә оҙатыла. Йырҙың шиғри нигеҙенә уның тыуған яғын — Арғужа күле буйҙарын — һағынып яҙған текстары һалынған. Көйҙөң авторы — Шәрәфетдиндең ауылдашы, халыҡ йырсыһы Баһуман, тип фаразланыла. “А.” көйөнөң формаһы, оҙон көйҙәргә хас булғанса, ике төҙөлөштән тора. Көй, асыла барып, 2‑се төҙөлөш башында кульминацияһына етә. Билдәле башҡарыусылары: халыҡ йырсылары Ж.В.Вәлиев, Ғ.Нәбиуллин, Я.Х.Хәмзин. Йырҙы А.М.Ҡобағошов тауыш һәм фп. өсөн эшкәрткән.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1‑се кит. Өфө, 1974; Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. Өфө, 1983; Вәлиев Д.Ж. Арғаяш башҡорттарының рухи мираҫы. Өфө, 1996.

Л.Ҡәлмәнова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Нотная запись песни

Текст на русском языке