НЕОЛИТ (нео... һәм лит...), таш быуаттың тарихи‑мәҙәни осоро. Б.э.т. 6—4 мең йыллыҡтарға ҡарай. Н. осоронда Көньяҡ Уралда Ағиҙел буйы мәҙәниәте, Ағиҙел мәҙәниәте (Урал буйында) һәм Ташбулат мәҙәниәте (Урал аръяғында) барлыҡҡа килә. Иң билдәле археологик ҡомартҡылар: Ғүмәр тораһы II, Дәүләкән, Елшанка археологик микрорайоны, Йүрүҙәнтамаҡ тораһы (Урал буйы), Мулла; Күк түбә, Йәнгел тораһы (Урал аръяғы), Ҡарағайлы, Морат, Суртанды торалары. Торамалар йылғаларҙың (Урал буйы), күлдәрҙең һәм йылғаларҙың (Урал аръяғы) һыу баҫмай торған киртләстәрендә урынлашҡан. Усаҡлы ярым ер өйҙәр торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Керамика тышы тотош тешле штамп эҙҙәре м‑н биҙәлгән, шамот йәки слюда ҡушып эшләнгән осло һәм түңәрәк төплө һауыттарҙан (Урал буйында), тальк йәки слюда ҡушып эшләнгән, тешле штамп эҙҙәре, тулҡынлы йәки тура һыҙыҡтар, соҡорло биҙәк м‑н биҙәлгән (Урал аръяғында) һауыттарҙан тора. Урал буйы археологик ҡомартҡыларында — саҡматаштан (пластиналарға йәки ярсыҡтарға беркетелгән уҡ башаҡтары, ҡырғыстар, бысаҡтар), Урал аръяғында бысаҡ һымаҡ пластиналар һәм пластина кеүек әҙерләмәләрҙән эшләнгән әйберҙәр (бысаҡ, ҡырғыс, ҡырғы, ҡырҡҡыс, тишкес, бырау, уҡ башаҡтары), шымартылған әйберҙәр (ҡасау, балта, арҡыры балта) табылған. Н. осоронда ташты эшкәртеү техникаһы (бысыу, быраулау, шымартыу) камиллаша. Емеш‑еләк йыйыу, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ м‑н бер рәттән малсылыҡ һәм игенселек барлыҡҡа килә; ултыраҡ торамалар төҙөлә, кешеләр оҙағыраҡ һаҡлау өсөн аҙыҡ‑түлек запастары булдыра башлай, халыҡтың тығыҙлығы арта (“неолит революцияһы”). Н. осорондағы Көньяҡ Урал ҡәбиләләре урындағы мезолит ҡәбиләләре һәм көньяҡтан килгән халыҡ төркөмдәре нигеҙендә формалаша; улар энеолиттың археологик мәҙәниәттәре формалашыуға йоғонто яһай.

Әҙәб.: К р и ж е в с к а я Л.Я. Неолит Южного Урала. Л., 1968.; М а т ю ш и н Г.Н. Неолит Южного Урала. Предуралье. М, 1996. 

В.Г.Котов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика