НЕМЕЦТАР (үҙ атамаһы дойче), халыҡ, Германияның төп халҡы. Н. һаны 1989 й. РСФСР‑ҙа — 842 мең, 2002 й. РФ‑та — 597,2 мең, 2010 й. 394,1 мең кеше. БАССР‑ҙа 1989 й. 11 мең Н. йәшәгән, БР‑ҙа 2002 й. — 8,2 мең, 2010 й. — 5,9 мең. БР‑ҙа (2010 й. мәғлүмәттәре б‑са; кеше) Н. айырыуса Өфө (1638), Октябрьский (754), Стәрлетамаҡ (527), Салауат (291), Ишембай (245), Бәләбәй (149), Нефтекама (136) ҡҡ., Дәүләкән ҡ. һәм районында (349), Туймазы ҡ. һәм районында (344), Бәләбәй ҡ. һәм районында (149), Благовар (347), Әлшәй (97), Өфө (96) р‑ндарында тупланып йәшәй. Н. күбеһе урыҫ телен, немец телен, бер өлөшө башҡорт телен, татар телен белә. Диндарҙарҙың төп өлөшө католицизм, бер өлөшө протестантлыҡ динен тота. Башҡортостанда Н. йәшәгән тәүге торамалар 17 б. барлыҡҡа килә һәм уларҙың Өфө гарнизонында (ҡара: Гарнизондар) хеҙмәт итеүенә бәйле була. Өфө губернаһында немец халҡы башлыса Бәләбәй өйәҙендә һәм Өфө өйәҙендә; Ырымбур губернаһында — Ырымбур өйәҙендә йәшәгән. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, Н. һаны 1897 й. Өфө губ. — 1,1 мең кеше, Ырымбур губ. — 5,5 мең; БАССР‑ҙа 1926 й. — 6,5 мең, 1939 й. — 6,3 мең, 1959 й. — 12,8 мең, 1970 й. — 12,1 мең, 1979 й. 11,3 мең кеше тәшкил итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында БАССР‑ға элекке Волга буйы немецтары АССР‑ынан күсерелгән Н. килеп ултыра. Игенселек төп хужалыҡ тармағы була: бойҙай, арыш, һоло, арпа, тары, ҡарабойҙай, картуф, фасоль һәм борсаҡ, техник культураларҙан етен һәм киндер сәскәндәр. Йәшелсә культураларынан һуған, һарымһаҡ, кәбеҫтә, ҡыяр, кишер үҫтергәндәр, ш. уҡ тәмәке сәскәндәр. Ерҙе һөргәндә заводта эшләнгән күп төрәнле тимер һабан, бер киң тимер төрәнле еңел һуҡа, төрлө типтағы һуҡа ҡулланғандар. Ҡул м‑н сәскәндәр, уңышты ураҡ ярҙамында йыйғандар, етеш ғаиләләрҙә ураҡ урғыс машиналар, көлтә бәйләгестәр булған. Һыйыр малы һәм ваҡ мал, сусҡа, йорт ҡоштары үрсеткәндәр. Ҡортсолоҡ, балыҡсылыҡ һәм һунарсылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мебель яһау, аяҡ һәм өҫ кейеме тегеү, тире һәм күн эшкәртеү, ҡайыш әйберҙәр әҙерләү, тимерселек эше, һыра ҡайнатыу һөнәрҙәре үҫеш алған. Ҡатын‑ҡыҙ бәйләү, сигеү һ.б. эштәр м‑н шөғөлләнгән. Немецтарҙың торамалары (колониялар) өсөн бер һыҙыҡтағы планировка хас булған, ғәҙәттә, ауыл уртаһында мәктәп төҙөгәндәр, уның алдына бәләкәй майҙан эшләгәндәр. Күскенсе Н. өйҙәрҙе далалы райондарҙа балсыҡтан йәки ҡулдан һуғылған саман кирбестән, урманлы райондарҙа бурап төҙөгәндәр. Ҡыйығын ике йәки дүрт яҡлы итеп эшләгәндәр, башлыса һалам, һирәк осраҡта черепица, таҡта, һуңыраҡ тимер м‑н яба башлағандар. Стеналарҙы балсыҡ м‑н һылағандар, эзбизләп ағартҡандар. Интерьер бейек арҡалы киң ағас карауаттан, күтәртеп ҡуйылмалы эскәмйә рәүешендәге дивандан (пел‑знанк), һауыт‑һаба шкафынан торған. Интерьерҙы сигелгән һәм бәйләнгән һөлгөләр, ашъяулыҡтар, шаршауҙар, таҫтамалдар, селтәр ҡаймалы япмалар һ.б. м‑н биҙәгәндәр. Йорт биләмәһендә йәйге аш өйө (икмәк мейесе м‑н бергә) төҙөгәндәр. Мунса, ыҫлыҡ, һарайҙар һәм мал аҙбарҙары бер ҡыйыҡ аҫтында булған. Н. традицион ҡатын‑ҡыҙ кейеме аҡ туҡыма күлдәктән (хемд), алдан уйымлы һәм баулы корсаждан (ляйбхен, мидер), сигеү, һирәгерәк сәйлән, ялтырауыҡтар м‑н биҙәлгән түшелдеректән (брустшмук), жакет йәки кофтанан (кофтхе, хофта), итәктән (рок), алъяпҡыстан (шюрце) торған. Күлдәк өҫтөнән түшелдерек, уның өҫтөнән корсаж, унан һуң билгә етеп торған ҡыҫҡа жакет кейгәндәр. Итәктәр күбеһенсә нәҙек аҡ һәм ҡуйы ҡыҙыл һыҙыҡтар төшкән ҡараһыу күк йәки ҡара төҫтәге етен, киндер, йөн туҡыманан тегелгән. Байрамдарҙа атлас һәм кешмир итәк, батистан, кесейәнән тегелгән, туҡылған һүрәт төшкән ҡупшы, биҙәкле оҙон аҡ алъяпҡыс кейгәндәр. Өҫ кейеме буҫтау йәки драптан тегелгән (геш, геххе, хальбпалето, шванцкофтхе) һырылған мамыҡлы ҡыҫҡа пальтонан (фуфайка) торған. Ҡатын‑ҡыҙҙың традицион баш кейеменә көләпәрә (хаубе), ситса өскөл яулыҡ (хальстух, копфтух) ингән, һалҡын ваҡытта улар өҫтөнән бәйләнгән йылы яулыҡ, шәл ябынғандар. Йәйен һалам эшләпә (штроххут) кейгәндәр. Ҡатын‑ҡыҙ аяғына баулы, үксәһеҙ тәпәш күн башмаҡтар (нидриге шуэ) һәм туфли кейгән. Н. традицион ирҙәр кейеме күлдәк (хемд, хемп; иҙеүе тура йәки диагональ уйымлы, яғаһыҙ) һәм ыштандан (хозен) торған, күлдәк өҫтөнән ҡыҫҡа йәки оҙон жилет (весте), пинжәк (беншак, пидшак, рок) йәки кафтан, галстук (хальстух) йөрөткәндәр. Кейемде ҡара төҫтәге киндер, кизе‑мамыҡ йәки йөн туҡыманан теккәндәр. Ҡышын һырылған ҡыҫҡа буҫтау тун (пельце), оҙон толоп, һырылған йылы мамыҡлы ҡыҫҡа пальто (хальбпалето) кейгәндәр. Ирҙәрҙең баш кейеме фуражканан (картус), фетрҙан тегелгән тар һәм киң тирәсле һалам эшләпәләрҙән торған. Йылдың һалҡын ваҡытында буҫтау бүрек, кейеҙҙән (филлькаппе, филльхут), тиренән ҡолаҡсын (каппе мит флигель, филгелькаппе) һәм ҡайтармалы бүрек (шафпельцкаппе) кейгәндәр. Хәллерәк Н. аҡ тиренән тегелгән бүрек (вайсе пудделькапп) йөрөткән. Көндәлек аяҡ кейеменә күн башмаҡ (поршни), күн табанлы бәйләнгән туфли (хаусшуэ) ингән. Ҡышын ҡатын‑ҡыҙ һәм ирҙәр быйма (филльштифель) һәм ҡыҫҡа кейеҙ аяҡ кейеме (филльшуэ) кейгән. Н. төп аҙығын игенселек (иген, йәшелсә‑емештәр) һәм малсылыҡ продукттары тәшкил иткән. Икмәк бешереү өсөн ҡомалаҡтан әсетке әҙерләгәндәр. Рацион күберәк картуф, шалҡан һәм уларҙан әҙерләнгән төрлө ашамлыҡтар, арыш һәм бойҙай икмәге, ҡамыр аштары (һалма, сумар һ.б.), бутҡанан торған. Иттән колбаса һәм нәҙек колбасалар эшләгәндәр. Ҡышҡылыҡҡа тоҙланған кәбеҫтә әҙерләгәндәр, сусҡа майы, ит, балыҡ ыҫлағандар. Башлыса ҡаймаҡлы кофе, сәй, минераль һыу эскәндәр, иҫерткес эсемлектәрҙән һыра булған. Традицион аштары — һалмалы (нудль) йәки сумарлы һурпа, сумарлы щи, кәбеҫтәгә төрөп бешерелгән ит, эремсекле билмәндәр. Байрамдарҙа быҡтырылған кәбеҫтә м‑н сусҡа йәки ҡаҙ, бешкән бот ите, котлет, ҡойҡа, колбаса һ.б. әҙерләгәндәр, кишер м‑н сырниктар, йөҙөмлө йәки сәтләүекле пудинг, запеканкалар, төрлө эслек һалынған бәлеш (кухен), рулет (штрудель), печенье, перәник, торттар бешергәндәр, конфитюр һ.б. эшләгәндәр. Колониялар м‑н туранан‑тура округ һәм ауыл приказдары идара иткән. Һәр бер колонияның колонистары йәмғиәтте тәшкил иткән, йәмғиәттә һәр хужалыҡ вәкилдәренән торған халыҡ йыйылышы төҙөлгән. 19 б. тиклем Н. ғаилә мөнәсәбәттәрендә яҡын туғандарҙың бер нисә быуынынан торған күп балалы ҙур ғаиләләр ҡороу һаҡланған. Ғаилә башлығы булып атай йәки иң өлкән ир кеше һаналған. Туған булыуҙан тыш, ҙур ғаилә ағзалары бергә йәшәү һәм уртаҡ хужалыҡ алып барыу м‑н бәйле булғандар. 19 б. аҙ. алып Н. бәләкәй патриархаль ғаилә ҡороу өҫтөнлөк алған. Ҡайһы бер осраҡта ғаиләлә йәштәр үҙ торлаҡтарын булдырғансы, йәрәшеү м‑н туй араһында бер нисә йыл үтеп киткән; крәҫтиән ғаиләләрендә вариҫ һаналған улдың өйләнеүе ш. уҡ мөлкәт бүлешеү арҡаһында тотҡарланып торған. Н. ижт. тормошо өсөн төрлө ферейндар (уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар, яҡташлыҡ төркөмдәре һ.б.) хас булған. Н. традицион байрамдарына Уңыш байрамы, Раштыуа, Яңы йыл, Пасха ингән. Уңыш байрамы, ғәҙәттә, окт. аҙағы — нояб. башында үткәрелгән. Был көндө сиркәү йәки ғибәҙәт ҡылыу йорто яңы уңыштың иң яҡшы емештәре, иң һуңғы урылған көлтәнең бойҙай башаҡтарынан эшләнгән таждар м‑н биҙәлгән. Н. айырыуса сағыу йолалары яусылау, йәрәшеү, туй алды кисе (польтерабенд), төп туй тантанаһы м‑н бәйле. Традицион туй 2—3 көн дауам иткән. Халыҡтың ауыҙ‑тел ижадында ҡыҫҡа комик хикәйәләр (шванки), әкиәттәр, сагалар күберәк, халыҡ бейеүҙәре һәм йырҙары бик популяр булған. Туй йолаһы йырҙары һәм бейеүҙәре киң таралған. Йырҙар үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү сараларының береһе булараҡ мөһим урын тотҡан. Н. традицион музыка ҡоралдарына гармоника, фисгармония, скрипка, кларнет, гитара һ.б. инә. Башҡортостан терр‑яһында тәүге немец мәктәбе асылыу Рәсәйҙә тау сәнәғәте үҫеше м‑н бәйле. 1811 й. Ырымбур губ. Троицк өйәҙендә Златоуст ҡорал фабрикаһында эшләүсе Германиянан саҡырылған немец оҫталары өсөн мәктәп асылған. 1900 й. Ырымбур губ. колонистарҙың 17 башланғыс мәктәбе иҫәпләнгән. 1908 й. Өфө губ. Ҡаҙанғол улусының Дәүләкән а. үҙәк немец училищеһы (центральшуле) асылған. 1897 й. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, Өфө губ. Н. араһында яҡынса 1080 кеше (ш. иҫ. яҡынса 120 кеше юғары башланғыс белемле), Ырымбур губ. — яҡынса 5450 кеше (яҡынса 190) грамоталы һаналған. БАССР барлыҡҡа килгәндән һуң респ. терр‑яһында 1926 й. яҡынса 4 мең грамоталы Н. иҫәпләнгән. 1926/27 уҡыу йылында Өфө кантонында — 4, Бәләбәй кантонында 1 1‑се баҫҡыс немец мәктәбе эшләгән. 20 б. 80‑се йй. аҙ. алып СССР‑ҙа немец теле туған тел булараҡ уҡытылған мәктәптәр асыла башлай. 1996/97 уҡыу йылында БР‑ҙа шундай — 3, 2004—05 йй. 4 мәктәп эшләгән. Хәҙерге ваҡытта немец теле туған тел булараҡ Өфө ҡ. 86‑сы гимназияһында, Благовар р‑ны Пришиб һәм Таң аа., Алексеевка, Яңы Никольский, Викторовка аа. башланғыс мәктәптәрендә уҡытыла. Рәсәй Н. этник яҡтан тергеҙеүгә булышлыҡ итеү өсөн 1989 й. БР немецтарының “Видергебурт” ижт.-сәйәси һәм мәҙәни‑ағартыу союзы, 1998 й. Пришиб а. “Алексеевский” немец тарихимәҙәни үҙәге, 2005 й. алып Өфөлә “Башҡортостан—Германия” йәмғиәте, “Фолькскланг ” фольклор ансамбле эшләп килә.

Әҙәб.: К у з е е в Р.Г., Б а б е н к о В.Я. Немцы в Башкирии //Этнические и этнографические группы в СССР и их роль в современных этнокультурных процессах. Уфа, 1989; Г р и г о р ь е в Д.В. Немцы Башкортостана в конце XIX—XX вв. Уфа, 2002; М у х а м е т з я н о - в а Р.М. Немецкие национальные школы в Башкирии на рубеже XIX—XX века //Археография Южного Урала: материалы IV Межрегион. науч.‑практ. конф. Уфа, 2004. 

 

Тәрж. М.В.Хәкимова

Илл.: Немецтарҙың традицион ҡатын-ҡыҙ кейеме. БР‑ҙың “Видергебурт” немецтар союзы музейы (Благовар р‑ны Пришиб а., 1996)

Яндекс.Метрика