МЫРҘАЛАР, башҡ. ҡәбиләһе. Әйле ырыу-ҡәбилә берләшмәһенә ҡараған. Ырыу составы: аҡсыуаш, балтағол, барҡылдаҡ, бишәй, бүреҫ, йәтимдәр, ҡаҙаҡ, ҡоҙғон, ҡотлосура, ҡырҙы, манғол, миндияр, сипай, сулпы, сырҙы, таҙ, тауир, таулы, туңғатар, шайтан. Тамғалары: . Этник яҡтан б.э. 1‑се мең йыллығының 2‑се ярт. Һырдаръя й. түбәнге ағымына һәм Арал буйҙарына күсенгән Үҙәк Азия һәм Көньяҡ Себерҙең монгол һәм төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. Ошоға оҡшаш этноним (“мырҙағол”) ҡаҙаҡтарҙа ла билдәле. М. формалашыуына уларҙың 7—9 бб. Һырдаръя һәм Арал буйы далаларында иран, уғыр һәм төрки-бәшнәк ҡәбиләләре мөхитендә йәшәүе йоғонто яһай. 9—12 бб. М. Көньяҡ Уралға күсенә һәм тәүҙә Әй, Урал, Уй, Мейәс йй. һыу айырғысы терр‑яһына һәм Ағиҙел й. үрге ағымына таралып ултыра. 13— 14 бб. табын ҡәбиләһе ҡыҫымы арҡаһында төньяҡ-көнбайышҡа, Әй й. басс. күсеп китә. 16 б. 2‑се ярт. — 17 б. башында Йүрүҙән й. үҙәнендә төпләнәләр. 18 б. М. ҡатай, табын, әйле ҡәбиләләре м‑н күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Себер даруғаһының Мырҙалар улусын тәшкил итә. П.И.Панин мәғлүмәттәре б‑са, бында 18 б. уртаһында 244 йорт иҫәпләнә. 1781 й. алып М. йәшәгән терр‑я Өфө өйәҙенә (1865 й. уның бер өлөшө Златоуст өйәҙе соста‑ вына инә), идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 2‑се, 3‑сө (ар‑ табан 4‑се, 5‑се), 7‑се (8‑се, 9‑сы) кантондарға (1798—1854 йй.) ҡа‑ рай. Хәҙ. ҡәбилә йәшәгән ерҙәр БР‑ҙың Салауат р‑нына инә. 

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке