МӨҠМИНОВ Фәрит Хәмзә улы (2.7.1955, Күмертау ҡ.), математик. Физика-матем. ф. д-ры (1994), проф. (1998). БР-ҙың мәғариф отличнигы (2005), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2007). МДУ-ны тамамлаған (1977). 1980—91 йй. һәм 1994 й. алып БДУ-ла эшләй. 1995 й. башлап СДПИ-ла (1997 й. — алгебра һәм геом. каф. мөдире). 2003 й. алып БДПУ-ның алгебра һәм геом. каф. мөдире, 2011 й. — Матем. ин-тында, бер үк ваҡытта 2002 й. — ӨДАТУ-ла һәм 2008 й. башлап БДУ-ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге матем. физика проблемаларына һәм дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһын үҫтереүгә арналған. М. тарафынан параболик һәм эллиптик тигеҙләмәләрҙең сиселештәре кәмеүенең тиҙлеге, ҡыҫылмай торған йәбешкәк шыйыҡлыҡ ағымдарындағы боларыуҙар һүнеүенең аныҡ баһалары; сикләнмәгән өлкәләрҙә эллиптик һәм параболик тигеҙләмәләр өсөн сик мәсьәләләренә берҙән‑бер сиселештәрҙе үҙ эсенә алған аныҡ кластар, икенсе дәрәжә квазиһыҙыҡлы тигеҙләмә характеристикаларының турайтылыуы табылған; һыҙыҡлы булмаған квадратик гиперболик тигеҙләмәләр системалары өсөн Ли характеристик алгебраһы төҙөлгән, бәйләнештәре булған эволюцион тигеҙләмәләрҙең интегралланыу шарттары һ.б. табылған. 40-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Симметрии гиперболических систем типа уравнения Рикатти //Теоретическая и математическая физика. 2001. Т.127. №1 (авторҙ.); Убывание решения первой смешанной задачи для параболического уравнения высокого порядка с младшими членами // Фундаментальная и прикладная математика. 2006. Т.12. Вып.4 (авторҙ.). 

Р.М.Әсәҙуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке