МОРОЗОВ Юрий Алексеевич (11.12.1941, Өфө), археолог. Тарих ф. канд. (1977). РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991). БДУ‑ны тамамлаған (1969). 1971—73 йй. һәм 1977 й. алып ТТӘИ‑лә эшләй: 1993 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1996— 2004 йй. ғилми секретарь. Фәнни тикшеренеүҙәре Урал буйының неолиты, энеолиты, бронза быуаты, Бура мәҙәниәтенә арналған. 300‑гә яҡын археологик ҡомартҡы, ш. иҫ. Абдулла ҡаласығын, Баръяҙы ҡаласығын, Ғүмәр тораһы II, Ишҡол ҡурғандарын, Ҡараяҡуп археологик комплексын, Ҡәҙер торамаһын, аса. 230‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Погребальные комплексы эпохи бронзы Южного Приуралья (по материалам Старо-Ябалаклинского могильника). Уфа, 1988; Этнокультурные связи срубных племён Приуралья в эпоху развитой бронзы. Уфа, 1998 (авторҙ.); Погребальные памятники срубной культуры бассейна реки Дёма (Башкирское Приуралье). Уфа, 2003. 

В.В.Овсянников

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.