МОРАТ, б.э.т. 12—3 мең йыллыҡтарға ҡараған археологик ҡомартҡы. Учалы р‑ны Оҙонкүл а. төньяҡҡа ҡарай 1 км алыҫлыҡта Оҙонкүл күленең көньяҡ-көнбайыш ярының киң морононда урынлашҡан. 1963—66 йй. Г.Н. Матюшин тарафынан асыла һәм өйрәнелә. 460 м2 ер ҡаҙылған. 20 меңдән ашыу әйбер, башлыса керамика ватыҡтары, саҡматаш һәм йәшмә әйберҙәр табылған. Күп ҡатламлы торамалар иҫәбенә инә. Түбәнге ҡатламда (мезолит дәүере) — бысаҡҡа оҡшаш пластиналар һәм уларҙан эшләнгән әйберҙәр, киләһе ҡатламда (неолит дәүере) — балталар, арҡыры балталар, һөңгө остары һәм уҡ башаҡтары, ҡырғыстар, һәүерташ штамптар, таш бысаҡтар һәм ауыҙ тирәләре биҙәкле туҫтаҡ ярсыҡтары, таш әйберҙәрҙән торған хазина (12 башаҡ, пластина киҫәге, балта, ҡырғыс), өҫкө ҡатламда (энеолит дәүере) таштан шымартылған ҡорал һ.б. әйбер һыныҡтары, таштан һалынған торлаҡ ҡалдыҡтары, усаҡ эҙҙәре табылған. Керамика Суртанды мәҙәниәте һауыттары ярсыҡтарынан тора. Халыҡ һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ м‑н шөғөлләнгән. Ҡомартҡы таш быуат дәүерендә Көньяҡ Урал ҡәбиләләренең таралып ултырыу процесын сағылдыра.

В.Г.Котов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.