МОРАҠАЙ ҠУРҒАНДАРЫ, 10— 12 бб. ҡараған археологик ҡомартҡы. Әбйәлил р‑ны Мораҡай а. көнсығышта урынлашҡан. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. М.ҡ. I ауылдан төньяҡ-көнсығышҡа табан Кесе Ҡыҙыл й. һул ярында урынлашҡан. 1965—66 йй. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм өйрәнелә. 12 ҡурған (диам. 11—18 м, бейеклеге 0,25— 0,5 м) ҡаҙылған. Мәйеттәр салҡан һалып, баштары м‑н төньяҡҡа, көньяҡ-көнбайышҡа, көнбайышҡа ҡаратып, һай ҡәберҙәрҙә, ҡайһы саҡта табуттарҙа ерләнгән. Ҡурған өйөмөндә таш ҡоролма ҡалдыҡтары, ат һөйәктәре табылған. Ҡәбергә ҡорал [тимер уҡ башаҡтары, бысаҡтар һәм ҡылыстар, ҡайһы саҡта улар ағас ҡындарға һалынған, осло башлы тимер торҡа (диам. 0,24 м, бейеклеге 0,34 м), һөңгө башы], ат егеү кәрәк-ярағы (өҙәңге, ауыҙлыҡ, көмөш ҡыңғырауҙар, һөйәктән ауыҙлыҡ), туҡыма (ебәк, киндер), көмөш тәңкә м‑н биҙәлгән бил ҡайыштары, биҙәүестәр һалынған. Кушнаренко мәҙәниәте һауыттары ҡалдыҡтары табылған. 2 ҡурғанда бронза быуаты ҡәберлеге асыҡланған. Мәйеттәр һай ҡәберҙәрҙә ярым бөгәрләнгән килеш ерләнгән. Керамика Бура мәҙәниәте һауыттарынан ғибәрәт. 3 ҡурғанда б.э.т. 4—2 бб. ҡәберлектәре табылған. Мәйеттәр һай ҡәберҙәрҙә салҡан һалып, баштары м‑н көньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Керамика яурындары горизонталь һыҙаттар, кәкерсәктәр, өсмөйөштәр, үремдәр рәүешендәге һырлап һәм соҡоп башҡарылған биҙәкле ҙур түңәрәк төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәбергә ҡорал (тимер хәнйәрҙәр һәм ҡылыстар, өс ҡырлы бронза уҡ башаҡтары, һаҙаҡ элмәктәре, тимер һөңгө баштары, туҙҙан эшләнгән һаҙаҡ), көнкүреш әйберҙәре (һырлап төшөрөлгән вертикаль һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән хуш еҫле үләндәр төтәтә торған балсыҡ һауыт, бронза көҙгө, һөйәк ҡалаҡ), эш ҡоралдары (балсыҡ орсоҡбаштар, тимер ырғаҡтар), ат егеү кәрәк-ярағы (тимер ауыҙлыҡ һәм уның өлөштәре), биҙәүестәр (бронза сикә балдаҡтары, быяла муйынсаҡтар, пластинка рәүешендәге тимер беләҙектәр), һарыҡ һөйәктәре һалынған. М.ҡ. II ауыл эргәһендә урынлашҡан. 1864 й. Р.Г.Игнатьев тарафынан асыла. 4 ҡурғандан (диам. 3,2 м, бейеклеге 1,6 м) тора. Ҡомартҡы урта быуаттар осоронда Көньяҡ Уралға төрки ҡәбиләләрҙең килеп ултырыу процесын сағылдыра. Материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана. 

Н.А.Мәжитов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке