МӘСӘҒҮТ ТОРАҺЫ, Суртанды мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ аҙағына ҡарай. Дыуан р‑ны Мәсәғүт а. төньяҡ- көнбайышҡа табан 0,6 км алыҫлыҡта Әй й. уң ярында урынлашҡан. 1968 й. Ю.А.Морозов тарафынан асыла һәм 1969 й., 1972 й., 1980 й. өйрәнелә. 92 м2 ер ҡаҙылған. Керамика ауыҙҙары тышҡа ҡарай бер аҙ бөгөлгән, ҡом, тальк ҡушып яһалған һәм трапециялар, ромбтар, тешле штамп эҙҙәре м‑н биҙәлгән йомортҡа рәүешендәге түңәрәк төплө һауыттарҙан ғибәрәт. 562 таш әйбер табылған: бысаҡ һымаҡ пластиналар (233), бысаҡтар, нуклеустар, тишкестәр, ҡырғыстар (38), ат һөйәктәре. Халыҡ малсылыҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ м‑н шөғөлләнгән. Ҡомартҡы Урал аръяғы халҡы һәм Ағиҙел мәҙәниәте вәкилдәренең үҙ-ара йоғонтоһо процесын сағылдыра. М.т. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: М о р о з о в Ю.А. Энеолитические памятники Приуралья //Волго-Уральская степь и лесостепь в эпоху раннего металла. Куйбышев, 1982; ш у л у ҡ. Материалы по каменному веку Уфимского плато //Материалы по археологии Южного Урала. Уфа, 1992. Ю.А.Морозов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке