МӘСЕТСАЙ ҠУРҒАНДАРЫ, Сармат мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 5—2 бб. ҡарай. Ырымбур өлк. Соль-Илецк р‑ны Кумакское а. көньяҡ-көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан; шул уҡ райондың Мәсетсай ҡасабаһы исеме б‑са аталған. 1957 й. К.Ф.Смирнов тарафынан асыла һәм 1961 й. өйрәнелә. Ҡурғанлы ҡәберлектәр (диам. 14—30 м, бейеклеге 0,43—2,03 м) иҫәбенә инә, бер өлөшөнә йомро йәки яҫы таш түшәлгән. 25 ҡурғандан тора, 10‑ы ҡаҙылған. Ҡурғандар аҫтында 1—16 ҡәбер табылған. Мәйеттәр һай ҡәбер соҡорҙарында салҡан килеш һалып, баштарын көньяҡҡа, һирәк осраҡта көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Эстән көпләнгән ҡәберҙәр, сатыр формаһындағы ағас ҡәбер өҫтө ҡоролмалары осрай. Керамика яурындары һырҙар һәм төртөктәр м‑н биҙәлгән түңәрәк һәм яҫы төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәбергә ҡорал (өс ҡырлы бронза һәм тимер уҡ башаҡтары, тимер ҡылыс‑ тар, ураҡҡа оҡшаш башлы һәм тура тотҡалы хәнйәрҙәр, һаҙаҡтар, һаҙаҡ ырғаҡтары), эш ҡоралдары (орсоҡ‑баштар, беҙҙәр), биҙәүестәр (быяла һәм таш муйынсаҡтар, көмөш һәм бронза сикә сулпылары, беләҙектәр, муйын ҡулсалары, ҡаптырмалар) һалынған. Таш ҡорбанлыҡтар табылған. 3 ҡурғандың ҡайһы бер ҡәберҙәре бронза быуатына ҡарай. Өсмөйөш, һыр һәм сатраш биҙәктәре төшөрөлгән һауыттар табылған. М.ҡ. материалдары Ырымбур губернатор тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана.

Әҙәб.: С м и р н о в К.Ф. Сарматы на Илеке. М., 1975.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке