МӘЖИТОВ Нияз Абдулхаҡ улы [20.8.1933, БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны Туғай а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) — 11.10.2015, Өфө], археолог. БР ФА акад. (2006), тарих ф. д‑ры (1989), проф. (1990). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1993). Пермь ун‑тын тамамлағандан һуң (1956) — ТТӘИ‑лә (1967 й. алып археология һәм этнография секторы мөдире), 1978 й. алып БДУ‑ла (1991—2000 йй. археология, боронғо һәм урта быуаттар тарихы каф. мөдире) эшләй, бер үк ваҡытта 1995—2002 йй. Башҡорттарҙың төбәк-ара ҡоролтайы башҡарма ком‑ты рәйесе [ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)], 2006 й. башлап БР ФА вице-президенты, бер үк ваҡытта Соц. һәм гуманитар фәндәр бүлегенең акад.-секретары, 2011—14 йй. “Боронғо Өфө” Респ. тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы (Өфө) дир. урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре Көньяҡ Уралдың тимер быуатҡа һәм урта быуаттарға ҡараған археологик мәҙәниәттәрен һәм ҡомартҡыларын өйрәнеүгә, башҡорттарҙың килеп сығышы мәсьәләләренә арналған. Башҡорт- Бөркөт ҡурғандарын, Бикеш ҡурғандарын, Биш Уба I, Дежнев ҡурғандарын, Имәндәш ҡаласығын, Ҡаранай ҡурғандарын, Ҡәҙер ҡурғандарын, Әлмөхәмәт ҡурғандарын һ.б. аса. Бахмут мәҙәниәтен, Турбаҫлы мәҙәниәтен, Кушнаренко мәҙәниәтен өйрәнеп, башҡорттар м-н Башҡортостан терр-яһында борон һәм урта быуаттарҙа йәшәгән халыҡ араһында күсәгилешле бәйләнеш барлығын асыҡлаған. Өфө II ҡаласығын өйрәнеү эшен башлап ебәреүсе һәм ойоштороусы. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 2000—09 йй. БР Халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2013).

Х е ҙ м.: Бахмутинская культура. Этническая история населения Северной Башкирии середины I тысячелетия нашей эры. М., 1968; Курганы Южного Урала в VIII—XII вв. М., 1981; История Башкортостана. Древность. Средневековье. Уфа, 2010 (авторҙ.); Городище Уфа-II. Материалы раскопок 2009 г. Том IV. Уфа, 2011 (авторҙ.).

 

В.С.Горбунов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке