АРҒАЯШ КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында АСБР составында ойошторола. Кантонға Екатеринбург өйәҙе, Силәбе өйәҙе, Троицк өйәҙе, Шадринск өйәҙенең 18 улусы инә. Төньяҡта — Екатеринбург, көньяҡта Силәбе губ. м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Арғаяш ауылы. Майҙаны — 5246 км2 (1922). Халҡы: 1920 й. — 83831 кеше, 1926 й. — 100851 (башҡорттар — 40984, мишәрҙәр — 26468, татарҙар — 1127, урыҫтар — 31897 һ.б.). 1926 й. 7 июнендә А.к. составына Урал өлк. Свердловск округының Губерна һәм Кузнецк а/ с төҙөлгән Губерна улусы (үҙәге — Губерна а.) инә. Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1924 й. 15 дек. декреты м‑н А.к. 5 улус ойошторола, Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1926 й. 14 июне декреты м‑н — 6. Башлыса а.х. үҫешкән була. 1927 й. һөрөнтө ерҙәр майҙаны 104,3 мең га тәшкил итә, ш. иҫ. бойҙай сәсеүлеге — 54,7 мең, һоло — 41,1 мең, арыш — 6,2 мең, арпа — 0,6 мең, картуф — 0,7 мең, етен — 0,6 мең; һыйыр малы һаны — 57273 баш, йылҡы — 38910, һарыҡ — 71525, кәзә — 2692, сусҡа — 2317. 8 баҙар була (1926). 1‑се баҫҡыс 95 мәктәп (башҡ. телендә уҡытыу — 65, татар — 14, урыҫ телендә 16 мәктәптә алып барыла; 1926); 5 дауахана һәм 8 амбулатория (1930); китапхана һәм 18 уҡыу өйө (1929) иҫәпләнә. 1930 й. 20 авг. кантон бөтөрөлә, уның терр‑яһы Арғаяш районы (Арғаяш, Губерна, Мөхәмәтҡолой улустары, өлөшләтә Ҡараболаҡ улусы) һәм Ҡоншаҡ районы (Бүре, өлөшләтә Ҡараболаҡ һәм Ҡоншаҡ) составына инә.

Әҙәб.: Хакимов Р.Ш. Земля Аргаяшская: история и современность. Челябинск, 2005.

Ф.Ғ.Нуғаева

Тәрж. Д.К.Үзбәков

АРҒАЯШ КАНТОНЫ картаһы

Текст на русском языке