МАСУДИ (Әбү әл‑Хәсән Әли ибн әл-Хөсәйен; 9 б. аҙ., Бағдад — 956/957, Фустат ҡ., Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге), ғәрәп сәйәхәтсеһе, географ, тарихсы. 915—945 йй. Европа, Урта Азия һәм Төньяҡ Африка илдәре буйлап сәйәхәт иткән. Тарих, география, философия б‑са 20‑нән ашыу хеҙмәт авторы, шуларҙың 2‑һе һаҡланып ҡалған. “Муруж әз-зәхәб үә мәҙин әл-жәүһәр” (“Алтын йыуыу һәм аҫыл таштар рудниктары”) исемле әҫәрендә Ҡара диңгеҙ (“Кейтас диңгеҙҙәре”) ярҙарында йәшәгән халыҡтар араһынан башҡорттарҙы (“баджгард”; ҡара: Башҡорт) телгә ала. М. мәғлүмәттәре Иҙриси һ.б. көнсығыш авторҙары хеҙмәттәрендә файҙаланылған.

Әҙәб.: К р а ч к о в с к и й И.Ю. Избранные сочинения. Т.4. М.; Л., 1957; М и к у л ь с к и й Д.В. Арабо-мусульманская культура в сочинении ал-Масуди “Золотые копи и россыпи самоцветов”. М., 2006. 

В.А.Иванов

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке