МАССАГЕТТАР, һинд-иран ҡәбиләләре берлеге, тип фараз ителә. Антик авторҙар (Геродот, Страбон, Аммиан Марцеллин һ.б.) хеҙмәттәрендә, ш. уҡ А.И.Бернштам, С.П.Толстов фекеренсә, боронғо Ҡытай йылъяҙмаларында “ҙур юечжиҙар” тип телгә алына. Н.А.Мәжитов, К.Ф.Смирнов һ.б. уларҙы саҡтарға тиңләй. Арал буйы далаларында (б.э.т. 1‑се мең йыллыҡ) формалашыуҙары мөмкин. Геродот мәғлүмәттәре б‑са, М. скифтарҙы Азиянан Европаға ҡыҫырыҡлап сығара, б.э.т. 530 й. Томирис батшабикә етәкселек иткән М. ҡаршы һуғышта фарсы батшаһы Кир II һәләк була. Б.э.т. 1‑се мең йыллыҡ аҙағында дайҙар ҡыҫымы арҡаһында М. Урта Азиянан Түб. Волга буйына һәм Төньяҡ Кавказға күсенеп, һуң сарматтар м‑н бергә аландарҙың формалашыуында ҡатнаша. Боронғо грек авторҙары яҙыуынса, М. күсмә малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән, Ҡояшҡа табынған, уға йылҡы ҡорбан иткән. Страбон М. емеш-еләк йыйып, балыҡ тотоп көн иткән Арал буйы ҡәбиләләрен һәм игенселек м‑н шөғөлләнгән ҡайһы бер ҡәбиләләрҙе лә индерә. М. Волга-Урал төбәгендә йәшәгән халыҡтарҙың (башҡорттар, болғарҙар, татарҙар) этномәҙәни үҫешенә йоғонто яһаған.

Әҙәб.: Т о л с т о в С.П. По следам древнехорезмийской цивилизации. М.; Л., 1948; П ь я н к о в И.В. Массагеты, соседи индийцев //Средняя Азия в древности и средневековье (история и культура). М., 1977. 

 В.А.Иванов, Р.Б.Исмәғилев

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке