МАРИҘАР (үҙ атамаһы мари, марий), халыҡ, Марий Эл Респ. төп халҡы. М. һаны 1989 й. РСФСР‑ҙа — 643,7 мең, Мари АССР‑ында — 324,4 мең; 2002 й. РФ‑та — 604,3 мең, Марий Эл Респ. — 312,2 мең; 2010 й. — ошоға ярашлы 547,6 мең һәм 290,8 мең кеше. Башҡортостанда 1989 й. — 105,7 мең, 2002 й. — 105,8 мең, 2010 й. — 103,6 мең кеше. Башҡортостанда М. Нефтекама (13,1 мең кеше), Өфө (9,1 мең) ҡҡ., Бөрө ҡ. һәм районында (12,5 мең), Мишкә (18,1 мең), Ҡалтасы (11,9 мең), Краснокама (7,4 мең), Шаран (4,4 мең), Дүртөйлө (3,9 мең), Яңауыл (3,4 мең), Благовещен (3,3 мең) һ.б. р‑ндарҙа тупланып йәшәй (2010 й. Археология һәм этнография музейы, Өфө мәғлүмәттәр б‑са). М. күпселеге урыҫ телен, мари телен, бер өлөшө башҡорт телен, татар телен белә. Диндарҙарҙың күбеһе традицион мари дине м‑н христианлыҡты берләштергән “мари дине”н (чимарий), бер өлөшө православиены тота. М. тау (Волганың уң яры), болон (Ветлуга- Вятка йылғалары араһы) һәм көнсығыш (Башҡортостан биләмәләре) субэтник төркөмдәренә бүленә. Көнсығыш М. Урал буйы (урал мари), Ағиҙел буйы-Өфө (упо марий), Ыҡ-Сөн (бәләбәй мари) һәм Кама буйы (чолман мари) төркөмсәләренә айырыла. М. Уралға күпләп күсенеүе 16 б. 2‑се ярт., Рәсәй Ҡазан ханлығын яулап алғас, башлана һәм 18 б. аҙ. тиклем дауам итә. Өфө губернаһында М. Бөрө өйәҙендә, Минзәлә өйәҙендә, Өфө өйәҙендә тупланып йәшәгән. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, М. һаны 1897 й. Өфө губ. 80,6 мең, 1939 й. БАССР‑ҙа 90,2 мең кеше тәшкил итә.

Игенселек хужалыҡтың төп тармағы булған: арыш, һоло, арпа, бойҙай, тары, борсаҡ, ҡарабойҙай, киндер үҫтергәндәр, 19 б. уртаһынан картуф ултырта башлағандар. Игенселектә тырма, салғы, тәпке, һуҡа төп ҡорал булған. Малсылыҡ һәм ҡошсолоҡ ярҙамсы роль уйнаған. Шулай уҡ һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, солоҡсолоҡ, төрлө кәсептәр (киндер, етен эшкәртеү, туҡыу, кәрәк-яраҡ үреү, бәйләү, сигеү, ағас һырлау, зәргәрлек эше) м‑н шөғөлләнгәндәр. М. традицион торамаларында (илем) йорттар аҙ булған, йылға буйында урынлашҡандар, өйкөмләшеп ултырыр булғандар (19 б. уртаһына тиклем). Ҙур булмаған ғаилә-ырыу төркөмдәре булып ултырғандар, бер нисә ҡәрҙәш торама ауылдар төркөмөн тәшкил иткән. Торлаҡтары 1, 2, 3 камералы бурап яһалған 2 яҡлы ҡыйыҡлы өйҙән (порт), йәки ике өй бер ҡыйыҡ аҫтына алынып, солан м‑н тоташҡан ҡушма йорттан (вашпорт) торған. Ҡыйыҡты таҡта, ҡабыҡ йәки һалам м‑н япҡандар. Ишектән инеү м‑н уң яҡта урынлашҡан һәм ауыҙы алғы стенаға ҡаратып эшләнгән мейес (конга), киң һике (куго олымбал), өҫтәл, эскәмйә, һауыт-һаба өсөн кәштә, һандыҡ өйҙөң интерьерын тәшкил иткән. М. өйҙәрендә ишектән һул яҡтағы урын иң абруйлы иҫәпләнгән. Торлаҡтың эске биҙәлешендә туҡылған һәм сигелгән таҫтамалдар, селтәр, ҡорған, балаҫтар киң ҡулланылған. Келәт, амбарҙар, баҙ өйгә терәтеп эшләнгән; ихатаның арғы өлөшөндә аҙбар (вича), лапаҫ (леведыш, леваш), тағы ла арыраҡ мунса урынлашҡан. Түбәһе ҡабыҡ м‑н ябылған, ҡаҙан аҫылған асыҡ усаҡлы аласыҡ (кудо) йәйге аш бүлмәһе булып хеҙмәт иткән һәм ихатаға этник үҙенсәлек биргән, ул ғаилә ғибәҙәтханаһы, ҡурсалаусы йән йәшәгән урын (кудо водыж) тип һаналған.

М. традицион ҡатын-ҡыҙ кейеме мул күлдәктән (тувыр), асыҡ кафтандан (шовыр), ыштан (йолаш), бәйләнгән билғау (ушто), билғау биҙәүестәренән һәм алъяпҡыстан (ончылсакыш, ончылшовыч) торған. Күлдәк туҡылған биҙәк йәки сигеү м‑н биҙәлгән (бының өсөн башлыса сөм ҡыҙыл йәки ҡараһыу зәңгәр еп ҡулланылған). Көнсығыш М. күлдәге билле һәм мул итәкле булған, уның өҫтөнә төҫлө туҡыманан ҡатмар һалынған; яғаһы төрлө төҫтәге таҫмалар м‑н биҙәлгән. Алъяпҡыс туҡылған биҙәк, таҫма, уҡа м‑н биҙәлгән. Өҫ кейеменән буҫтау кафтан (мыжер), һарыҡ тиреһенән тегелгән тун (кюрык) таралған. Традицион баш кейеме сигелгән һәм сәйлән м‑н биҙәлгән, бер осо осло башлы ҡалпаҡ кеүек беркетелгән буй туҡыманан (шымакш, шынгашович) торған; уның өҫтөнән яулыҡ (солык, ялук) ябынғандар. Ағиҙел буйы-Өфө М. ҡатын- ҡыҙы байрамдарҙа тәңкә һәм муйынсаҡ м‑н биҙәлгән таҡыя, Ыҡ- Сөн буйы М. — сәйлән һәм тәңкә м‑н биҙәлгән сәсүргес таҫмалы торҡаға оҡшаш баш кейеме кейгән. Тәңкә һәм сәйләндән (сога) торған түшелдеректәр, тәңкәнән, сәйләндән, ҡабырсаҡтан яһалған сулпылар, мәрйен һәм төрлө төҫтәге йөн суҡ һәм буялған ҡош мамығы ҡуйып эшләнгән һырғалар, муйынсаҡтар, беләҙектәр, балдаҡтар, ш. уҡ тәңкә һәм сәйлән ҡушып тегелгән тире киҫәге (почкама; һаҡлағыс итеп файҙаланылған) биҙәүестәр булған. Мул күлдәк, билғау, ыштан һәм кафтан ир-егеттең традицион кейеме һаналған. Күлдәктең яғаһы м‑н итәге сигелгән булған. Баштарына йәнлек тиреһе м‑н ҡырпыуланған бүрек (упш), кейеҙ эшләпә, фуражка кейгәндәр. Көн һайын һәм байрамдарҙа эсенән аҡ, ҡара силғау (ыштыр) йәки аҡ буҫтау ойоҡ м‑н сабата (йыдал, йондал) кейгәндәр. Аҡ киндерҙән тегелгән күлдәк (ош вынер тувыр) һәм мул, төймәһеҙ кафтан йола кейеме иҫәпләнгән.

Традицион мари аш-һыуы игенселек (иген һәм йәшелсә культураларын) һәм малсылыҡ (ит һәм һөт аҙыҡтары) продукттарын бергә файҙаланыуға нигеҙләнә; һөттө йәшелсә м‑н ҡушыу үҙенсәлекле. Йәшелсә, әсегән һөт, ҡаймаҡ ҡушылған ярма, йәшелсә, бәшмәк һәм балыҡ аштары (шюр), һөттә йәки һурпала бешкән бутҡа (пучымыш), ҡамыр һәм талҡандан әҙерләнгән ҡуйы бутҡа (немыр пушто), кеҫәл (кышал) киң таралған. Сумарлы аш (лашка, лашка шюр), сөсө йәймә (эгерче, шергинде), ҡатлы ҡоймаҡ (команмелна) байрам ваҡытында һәм йола үткәргәндә әҙерләнгән. Емеш-еләктән, үләндән ҡайнатылған эсемлектәр, икмәк кеүәҫе (шово), айран(йыра), арпа ҡурында һәм ҡомалаҡтан әҙерләнгән һыра (пура) — М. традицион эсемлектәре.

Ғаилә-никах мөнәсәбәттәрендә М. традицион һыҙаттары һаҡланған: 20 б. башына тиклем бүленмәгән ҙур патриархаль ғаиләләр (40 кеше) осраған. Никах патрилокаль булған, сороратһәм левиратосраған, ҡатын иренән күпкә олораҡ була алған. Традицион байрамдары игенселеккә бәйле: һуҡа (ага пайрем), яңы икмәк (у кинде пайрем) һ.б. байрамдар. М. традицион инаныуҙарына ата-баба культына, төрлө аллаларға табыныу хас. Мәҫ., Өлкән Аллаға (Кугу Юмо), Күк аллаһына (Кава Юмо), Һыу анаһына (Вюд Ава), Ғүмер анаһына (Шочын Ава) ышанғандар. Изге һаналған сауҡалыҡтарҙа бергәләшеп ғибәҙәт ҡылғандар, ҡорбан килтергәндәр. Традицион музыка ҡоралдары: һыбыҙғы (шиялтыш), волынка (шювыр), барабан (тумыр), көснә (кюсле), ағас борғо (пуч) һ.б. Фольклор йыр, әкиәттәрҙән, эпик геройҙар, ырыу- ҡәбилә батырҙары һ.б. т‑да легендалар һәм риүәйәттәрҙән тора.

БР‑ҙа “Эрвел Марий” Төбәк мари милли-мәҙәни автономияһы, “Мишкә” мари тарихи-мәҙәни үҙәге, Мишкә р‑ны Мишкә а. мари халҡын хеҙмәтләндереү б‑са база китапханаһы, фольклор коллективтары (“Курзе марий”, “Эрвел”, “Эрвий” бейеү Археология һәм этнография музейы, Өфө ансамблдәре һ.б.) эшләй; мари фольклоры, “Мурпеледыш” милли мәҙәниәте фестивалдәре һ.б. үткәрелә. Мари телендә “Чолман” гәз. сыға. 

 

Г.И.Ибулаев

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика