МАЛИЕВ Николай Михайлович (14.4.1841, Сембер ҡ. — 1906), этнограф, антрополог. Мед. д‑ры (1874). Статский советник. Мед.- хирургия акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1864). 1869 й. алып Ҡазан ун‑тының анатомия каф. прозекторы ярҙамсыһы, 1875 й. — прозекторы, 1888 й. — анатомия каф. мөдире, 1895 й. — Томск ун‑тының мед. ф‑ты деканы, 1897 й. башлап С.‑Петербург ун‑тында уҡыта. 1875 й. Өфө губернаһына экспедиция ваҡытында Көньяҡ Урал халыҡтарының антропологик типтарын (ҡара: Антропология) өйрәнгән. Башҡорттарҙың “дала” (Дим һәм Өршәк йй. басс. йәшәгән) һәм “урман” (Эҫем й. басс.) типтарын асыҡлаған. 4‑се дәрәжә Изге Владимир, 2‑се һәм 3‑сө дәрәжә Изге Анна, 2‑се дәрәжә Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Антропологический очерк башкир. Казань, 1876; К вопросу о происхождении лесных башкир //Труды Антропологического общества при Военно- медицинской академии. СПб., 1902. Ч.2. 

Р.М.Йосопов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.