МАЙОРАТ (лат. major — өлкән), милек (иң элек ер), ш. уҡ ғаилә башлығы хоҡуҡтары һәм йәмәғәт вазифалары тулыһынса йәки өлөшләтә вариҫтарҙың өлкәненә күскән вариҫлыҡҡа алыу формаһы (ҡара: Ғаилә-никах мөнәсәбәттәре). Башҡорттарҙың йола хоҡуғы нормаһы б‑са өлкән ағай ҡустыларынан алда өйләнергә һәм үҙ хужалығын булдырырға тейеш була. Бындай осраҡта атаһы уны йорт, хужалыҡ м‑н тәьмин иткән, мал-тыуар бүлеп биргән. М. башлыса Европа халыҡтары араһында таралып, тарихи яҡтан миноратҡа тиклем йәшәгән.

Ф.Ф.Фәтихова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.