МАЙҘАН, башҡорттарҙың традицион байрамы. Ырыу‑ҡәбилә берләшмәләренең халыҡ йыйылыштарына барып тоташа (ҡара: Йыйын). Май аҙағында (сәсеү тамамланғандан һуң) аҡланда йәки ҡалҡыу урында уҙғарылған. М. бер йәки бер нисә ҡәрҙәш ауыл кешеләре йыйылған. Байрам башланғанға тиклем байрамға саҡырыусылар билдәләнгән, улар күрше ауылдарҙа йәшәгәндәргә байрам уҙғарыласаҡ көн т‑да хәбәр иткән. М. башланыр алдынан бүләктәр һәм ҡунаҡтарҙы һыйларға аҙыҡ‑түлек һатып алыр өсөн аҡса йыйыу ойошторолған. Байрам ағас ботаҡтары м‑н уратып алынған 40— 50 м ерҙә, уртаһына 10 м самаһы бейеклектәге ҡолға ҡуйылған майҙанда үткәрелгән. Һәр ғаилә тирмә йәки ҡыуыш ҡорған. Ҡарттар килеү м‑н һәр кем үҙ урынын биләгән: билдәләнгән түңәрәк буйлап балалар урынлашҡан, улар артынан — ирҙәр. Ҡатын‑ҡыҙ өсөн сағыу итеп айырым майҙан биҙәлгән. Ҡайһы бер райондарҙа ҡунаҡтарҙы биҙәнеп‑яһанған кешеләр ҡаршы алған. М. бәйге м‑н башланған, ул үҙәк майҙандан 5—6 км алыҫлыҡта уҙғарылған. Артабан халыҡ уйындары, көрәш, йүгереүҙә, һикереүҙә уҙыш, уҡ атыу, халыҡ бейеүҙәре, йырлау, ҡурай тартыу, сәсәндәр әйтешендә көс һынашыу киткән. Еңеүселәргә төрлө бүләктәр (айғыр, тәкә, яулыҡ, таҫтамал һ.б.) бирелгән. Байрам тәүлек буйына барған. Йыш ҡына М. туйҙар, йәрминкәләр тура килтерелгән. Ҡунаҡтарҙы һыйлар өсөн традицион рәүештә бишбармаҡ, ҡаҙы бешерелгән, ҡымыҙ, бал, буҙа ҡуйылған. М. бигерәк тә төньяҡ‑көнсығыш башҡорттарында (ҡара: Этнографик төркөмдәр) киң таралған булған. Төрки халыҡтарҙың күбеһендә уҙғарылған. 20 б. 90‑сы йй. алып Башҡортостанда һәм башҡорттар тупланып йәшәгән күп кенә төбәктәрҙә М. уҙғарыу традицияһы тергеҙелә. 

 Ф.Ф.Фәтихова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке