МАГНИТ ҠӘБЕРЛЕГЕ, 2—3 бб. археологик ҡомартҡыһы. Силәбе өлк. Магнит ҡасабаһы янында Гөмбәй й. (Урал й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. 1994 й. С.Г.Боталов тарафынан асыла, 1997 й. С.Ю.Гуцалов өйрәнә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. 28 ҡурғандан тора, 1‑һе өйрәнелгән (диам. 26 м, киңлеге 26 м). Ҡурғандың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә кирбес кәшәнә табылған. Мәйет тура мөйөшлө ҡәбер соҡоронда эстән кейеҙ м‑н көпләнгән ағас табутта, салҡан килеш башы м‑н төньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡәберҙә бронза ҡаҙан, хуш еҫле үләндәр төтәтеү өсөн балсыҡ һауыттар, ағас ҡалаҡ, быяла ҡашлы 2 алтын һырға, таш муйынсаҡтар, ишелмә бронза сулпы табылған. Ҡомартҡы Көньяҡ Урал аръяғына иртә һундарҙың килеп ултырыу процесын сағылдыра. Материалдар Силәбе тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана.

Әҙәб.: Б о т а л о в С.Г., Г у ц а л о в С.Ю. Гунно-сарматы урало-казахстанских степей. Челябинск, 2000.

 С.Г.Боталов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке