ОЛО ӘБЕШ ХАЗИНАҺЫ, Алтын Урҙа осороноң археологик ҡомартҡыһы. 13—14 бб. ҡарай. Хәйбулла р‑ны Оло Әбеш а. янында 1974 й. төҙөүселәр тарафынан табыла. 24 тимер әйберҙән тора, улар араһында сүкешкә оҡшаш төйҙәле 2 балта, 2 үткер осло һөймән, бысаҡ (34 см), киң баҫҡыслы оҙонса өҙәңге, 3 салғы, төрлө ҙурлыҡтағы 14 ураҡ, тоташмаған ҡулса рәүешендәге ҙур тотҡалы ҡайсы бар. О.Ә.х. материалдары Оло Әбеш урта мәктәбендә һаҡлана.

Әҙәб.: И с м а г и л о в Р.Б. Средневековые комплексы и случайные находки из Южного Приуралья //Наследие веков. Уфа, 1995. Вып.1.

Р.Б.Исмәғилев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018