ӨФӨ ЕПАРХИЯҺЫ, Ө ф ө һ ә м С т ә р л е т а м а ҡ е п а р х и я һ ы, Башҡортостан митрополияһының благочинный округтарын (ҡара: Благочинный) һәм БР‑ҙың Архангел, Белорет, Благовещен, Ғафури, Иглин, Стәрлетамаҡ, Учалы р‑ндары терр‑яларындағы монастырҙарҙы берләштергән сиркәү‑адм. берәмеге. Император Павел I 1799 й. 27 сент. указы м‑н Өфөлә кафедраһы булған (епископ резиденцияһы архиерей йортонда урынлаша) үҙ аллы Ырымбур һәм Өфө епархияһы ойошторола һәм 1800 й. мартында Ырымбур губернаһында асыла. 1859 й. епархия кафедраһы Ырымбурҙа булған Ырымбур һәм Урал (ҡара: Ырымбур епархияһы), кафедраһы Өфөлә булған Өфө һәм Минзәлә (1928 й. алып Өфө һәм Дәүләкән, 1942 й. — Өфө һәм Минзәлә, 1945 й. — Өфө һәм Башҡорт, 1952 й. — Өфө һәм Стәрлетамаҡ) епархияларына айырыла, 2011 й. дек. алып Башҡортостан митрополияһы составында. Өфө губернаһы ойошторолғас (1865), Ө.е. терр. сиктәре аныҡ билдәләнә. Епархия 26 благочинный округтан (благочиние) тора. 19 б. аҙ. епархияла 366 сиркәү иҫәпләнә. Дини консистория, Дини семинария, Ир балалар дини училищеһы, Епархия ҡыҙ ба- лалар училищеһы, ҡорамдар эргәһендә сиркәүмәхәллә мәктәптәре (1915 й. ҡарата улар 360 була) эшләй. Дини уҡыу йорттарының эшмәкәрлеген көйләү өсөн 1884 й. Епархия училище советы ойошторола. “Уфимские епархиальные ведомости” гәз. нәшер ителә. 1913 й. ҡарата епархияла 17 монастырь һәм община (6 ирҙәр һәм 11 ҡатын‑ҡыҙҙар), 526 сиркәү, 225 часовня була; сиркәүҙәр һәм монастырҙар эргәһендә 388 китапхана эшләй. 1930 й. ҡарата бөтә монастырҙар ябыла. 1936 й. — 214, 1940 й. 51 сиркәү эшләй. 1937 й. ҡарата Өфө епархия идаралығы бөтөрөлә, епархияға етәкселек итеү Куйбышев епархияһы архиерейына тапшырыла. 40‑сы йй. руханиҙар составы тулыһынса тиерлек репрессиялана. 1941 й. Өфөлә тик Сергий сиркәүе генә (ҡара: Изге Сергий кафедраль соборы) эшләй. 1942 й. Өфө епархия идаралығы тергеҙелә. Епархияла бер, 1945 й. үҙәктәре Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡҡ. булған 2 благочиние була, улар 40‑лап сиркәү һәм ғибәҙәт йортон берләштерә. 60‑сы йй. сиркәүҙәрҙең күбеһе яңынан ябыла, 1970 й. уларҙың 17‑һе ҡала. 1990 й. ҡарата Ө.е. 32 мәхәллә, 28 рухани, 2005 й. – 198 мәхәллә (15 благочиние), 6 монастырь, 4 монастырь скиты һәм хужалығы, 206 рухани һәм сиркәү хеҙмәтсеһе, 2011 й. – 287 мәхәллә (29 благочиние), 8 монастырь, 6 монастырь скиты һәм хужалығы, 247 рухани була. Дини белем биреү һәм катехизация, йәштәр, миссионерлыҡ, хәйриә һәм соц. хеҙмәт, спорт һәм йәштәргә патриотик тәрбиә биреү, йәкшәмбе мәктәптәре м‑н эшләү бүлектәре асыла. Епархия терр‑яһында 160 йәкшәмбе мәктәбе, приют, епархия музейы, икона яҙыу оҫтаханалары, китапхана эшләй. “Уфимские епархиальные ведомости” (“Өфө епар‑ хия ведомостары”) гәз. нәшер ителә. Архиерейҙары: Амвросий I (1799 й. алып), Августин (1806 й. алып), Феофил (1819 й. алып), Амвросий II (1823 й. алып), Аркадий (1828 й. алып), Михаил (1831 й. алып), Иоанникий (1835 й. алып), Иосиф (1849 й. алып), Антоний I (1853 й. алып), Антоний II (1858 й. алып), Порфирий (1859 й. алып), Филарет (1860 й. алып), Пётр (1869 й. алып), Никанор (1876 й. алып), Дионисий I (1883 й. алып), Иустин (1896 й. алып), Антоний III (1900 й. алып), Климент (1902 й. алып), Христофор (1903 й. алып), Нафанаил (1908 й. алып), Михей (1912 й. алып), Андрей (1913 й. алып), Симон (1920 й. алып, ваҡытлыса идарасы), Борис (1921 й. алып), Иоанн I (1928 й. алып, 1923—28 йй. ваҡытлыса идарасы), Софроний (1933 й. алып), Дионисий II (1934 й. алып), Григорий (1936—37 йй.), Алексий (1942 й.), Стефан (1942 й. алып), Иоанн II (1945 й. алып), Нифонт (1948 й. алып), Арсений (1950 й. алып), Иларион (1953 й. алып; 1963—67 йй.), Никон I (1959 й. алып), Иов (1967 й. алып), Феодосий (1973 й. алып), Ириней (1975 й. алып), Валентин (1976 й. алып), Анатолий (1979 й. алып), Никон II (1990 й. алып).

Әҙәб.: З л а т о в е р х о в н и к о в И.Е. Уфимская епархия. Уфа, 1899; Из истории Уфимской епархии //Дорога к храму. История религиозных учреждений г.Уфы. Уфа, 1993; Уфимская епархия Русской Православной Церкви. М., 2005.

О.В.Васильева, Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке