“ӨЛКӘР”, нәфис‑әҙәби һәм публицистик альманах. Ойоштороусылары — Учалы ҡ. һәм районы хакимиәте, Учалы яҙыусылар ойошмаһы. 1992—97 йй. Учалы ҡ. 3 айға 1 тапҡыр башҡ. телендә сыҡҡан. Альманах биттәрендә Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзаларының, респ. һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре яҙыусылары һәм шағирҙарының нәфис һәм публицистик әҫәрҙәре баҫылған.

М.Б.Ямалетдинов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.