ӨФӨЛӘГЕ СИРКӘҮҘӘР. Смоленск (Собор) сиркәүе 1586 й. төҙөлә (ҡара: Троица сиркәүе); Покров сиркәүе, кирбестән, урыҫ классицизмы стилендә, 1810—20 йй. Себер урамында (хәҙ. Минһажев урамы, 4) башлыса сауҙагәр Д.С.Жульбиндың аҡсаһына 17 б. башында һалынған 2 ағас сиркәү (Пресвятая Богородица Покровы һәм святитель, чудотворец Николай хөрмәтенә) урынында төҙөлә. 2 өҫтәле була: төп — Божья Матерь Покровы хөрмәтенә (1823 й. изгеләндерелә), приделда — святитель һәм чудотворец Николай хөрмәтенә (1817 й., 1821 й. янғындан һуң 1823 й. ҡабаттан изгеләндерелә). 1937 й. тирәһендә ябыла, 1957 й. яңынан асыла. Архитектура ҡомартҡыһы; Александр сиркәүе; Воскресение кафедраль соборы; Спас сиркәүе; Успение сиркәүе, кирбестән, һуңғы осор классицизмы стилендә, 1840—49 йй. рухани И.А.Бреев инициативаһы м‑н элекке ҡала зыяратында (хәҙ. Коммунистик урамы) ағастан һалынған Божья Матерь Успение сиркәүе (С.И.Аничков инициативаһы м‑н Успение ир-егеттәр монастырынан күсерелә һәм 1798 й. изгеләндерелә) урынында төҙөлә. 3 өҫтәле була: төп — Пресвятая Богородица Успениеһы хөрмәтенә (1849 й. изгеләндерелә) һәм приделдарҙағылары — изге Архангел Михаил (1862) һәм изге великомученик, Победоносец Георгий хөрмәтенә (1864). Сиркәүҙә китапхана, сиркәү-мәхәллә уч‑щеһы (1862 й. алып), попечителлек (1880 й. алып), Православие йәштәре союзы (Беренсе донъя һуғышы йылдарында) эшләй. 1931 й. ябыла, һуңыраҡ һүтелә; Иоанн Предтеча сиркәүе, кирбестән, 1831 й. Иоанн Предтеча зыяратында (хәҙ. Якутов И.С. исемендәге парк эргәһендә) изге Иоанн Крестителдең Башы өҙөлөү көнө иҫтәлегенә 1831 й. төҙөлә, 1845 й. изгеләндерелә. 1933 й. ябыла, һуңыраҡ һүтелә; Преображение сиркәүе, ағастан, 1 көмбәҙле, 1861 й. рухани Ф.Троицкий юллауы б‑са Благовещение ҡатын-ҡыҙҙар монастырынан Сергиев зыяратына күсерелә, 1862 й. изгеләндерелә. Изге Сергий кафедраль соборына беркетелә. Раббы Преображениеһы хөрмәтенә өҫтәле була. 1932 й. ябыла, һуңыраҡ һүтелә; Скорбященский (приют) сиркәүе, кирбестән, 1860—61 йй. Йәмғиәт ҡараулығы приказы аҡсаһына Приют урамында (хәҙ. Киров урамы) төҙөлә. “Всех Скорбящих Радосте” Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә өҫтәле була. 1923 й. ябыла, 1968 й. тирәһендә һүтелә; Илья сиркәүе. Николай сиркәүе, кирбестән, 1876—82 йй. Берёзовка святитель Николай Чудотворец иконаһы м‑н тәре йөрөштәре юлында Почта һәм Карета урамдары (хәҙ. Пушкин һәм Аксаков урамдары) сатында мещан Н.Гурьев аҡсаһына төҙөлә. 3 өҫтәле була: төп — святитель һәм чудотворец Николай хөрмәтенә (1882 й. изгеләндерелә), уң приделда — Раббы Олғашыуы хөрмәтенә (1897) һәм һулда (1907). 1924 й. алып Өфө епархияһы кафедраль соборы. 1933 й. ябыла, 1939 й. һүтелә; Богородский-Өфө сиркәүе; Крестовоздвижение сиркәүе; Николай (вокзал) сиркәүе, ағастан (1897 й. изгеләндерелә), 1899 й. алып кирбестән, Өфө т. юл вокзалы эргәһендә, 7 көмбәҙле (1902 й. изгеләндерелә). 2 өҫтәле була: төп — святитель һәм чудотворец Николай хөрмәтенә (1902 й. изгеләндерелә), приделда — Раббы Олғашыуы хөрмәтенә. 1924 й. ябыла, бинаның бер өлөшө (Вокзал урамы, 39а) 2005 й. диндарҙарға ҡайтарыла. Тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы; Бөтә Изгеләр сиркәүе, ағастан, 3 көмбәҙле, 1897—98 йй. Бөтә Изгеләр урамында (хәҙ. Урындағы Имәнлек урамы) Иустин инициативаһы м‑н төҙөлә, Бөтә Изгеләр хөрмәтенә өҫтәле (1898 й. изгеләндерелә) була. 1933 й. ябыла, һүтелә; Симеон сиркәүе, ағастан, нигеҙе таштан, 1902—03 йй. Ырымбур һәм Һамар (хәҙ. Беляков урамы) урамдары сатында башлыса Д.Е. Кляузниковтың аҡсаһына төҙөлә. 3 өҫтәле була: төп — Верхотур чудотворец Изге Симеон хөрмәтенә (1903 й. изгеләндерелә), приделдарҙа — Алексий, Алла Бәндәһе һәм изге кенәз Михаил Тверской хөрмәтенә. 1932 й. ябыла, диндарҙарға 1990 й. ҡайтарыла, 1991—94 йй. тергеҙелә. Тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы; Скорбященский сиркәүе, кирбестән, 5 көмбәҙле. 1901—05 йй. Яңы Иваново (Скорбященский) зыяратында (хәҙ. Еңеүҙең 50 йыллығы скверы) ҡаҙна һәм хәйриә аҡсаһына төҙөлә. “Всех Скорбящих Радосте” Пресвятая Богородица иконаһы хөрмәтенә өҫтәле була. Яҡын-тирә ауылдар өсөн мәхәллә сиркәүе булған. 1933 й. ябыла, һүтелә; Икенсе Скорбященский сиркәүе, 20 б. башында шунда уҡ каплица булараҡ төҙөлә (1930 йй. ябыла), 1945 й. алып православие сиркәүе булараҡ эшләй. 1961 й. ябыла, 1962 й. һүтелә; Богородица Раштыуаһы кафедраль соборы; Вознесение сиркәүе, кирбестән, 1909 й. сауҙагәр М.А.Степанов-Зорин инициативаһы м‑н нигеҙ һалына, башлыса уның аҡсаһына Вавилов урамында (хәҙ. Зенцов урамы) төҙөлә, 1918 й. изгеләндерелә. 2 өҫтәле була: төп — Раббы Олғашыуы хөрмәтенә (1918 й. изгеләндерелә) һәм приделда — “Живоносный источник” Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә (1919). Эске яҡтан А.П.Лежнев тарафынан биҙәлә. 1933 й. ябыла, һуңыраҡ һүтелә; Леонид сиркәүе, кирбестән, 1910 й. сауҙагәр Л.Четков инициативаһы м‑н Үҙәк һәм Төрмә урамдары (хәҙ. Ленин һәм Достоевский урамдары) сатында төҙөлә. Изге Леонид Коринфский хөрмәтенә өҫтәле (1910 й. изгеләндерелә) була. Михаил Архангел ҡатын-ҡыҙҙар монастыры хужалығы булған. 1923 й. ябыла, 50‑се йй. һүтелә; Ун ике апостол сиркәүе, ағастан, 1911 й. тирәһендә Иркутск урамында (хәҙ. Пархоменко урамы) торлаҡ усадьбала төҙөлә. 1925 й. тирәһендә ябыла, 80‑се йй. башында һүтелә; Петр һәм Павел сиркәүе, 1825 й. төрмә замогы эргәһендә асыла. 1919 й. ябыла. Йорт сиркәүҙәре эшләгән: Дини семинария бинаһындағы Иоанн Златоуст (1834 й. асыла); Архиерей йортондағы Тәре сиркәүе (1839). 2 өҫтәле була: Изге Рух хөрмәтенә, приделда — Бөтә Изгеләр хөрмәтенә; Епархия ҡыҙ балалар училищеһындағы Тихон Задон сиркәүе (1863); Өфө ир балалар гимназияһындағы София сиркәүе (1865); Ир балалар дини училищеһындағы Димитрий Солунский сиркәүе (1880 йй., 1885 й. изгеләндерелә); Мариин ҡыҙ балалар гимназияһындағы Введение сиркәүе (1890 йй., 1898 й. изгеләндерелә); Өфө реаль училищеһындағы Алексий сиркәүе (1901—03); эске һаҡ казармаларының көньяҡ корпусындағы Георгий сиркәүе (1908); Өфө губ. психиатрия дауаханаһындағы Изге Рух сиркәүе (20 б. башынан билдәле); бөтәһе лә 1919 й. ябыла. Өфөлә 1919 й. — 30‑ҙан ашыу, 2013 й. 16 сиркәү һәм ғибәҙәт йорто эшләй. Шулай уҡ ҡара: Кирха, Костёл, Инжил христиан-баптистарының ғибәҙәт ҡылыу йорто.

П.В.Егоров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018