ӨРӘК, башҡ. мифологияһында үҙ үлеме м‑н үлмәгән кешенең йәне, шәүләһе. Хөрәфәттәр б‑са, кешеләр үлгән йәки күмелгән урындарҙа йәшәй. Оҙон аҡ кейемдәге оҙон буйлы ябыҡ кеше ҡиәфәтендә һүрәтләнә. Ғәҙәттә төндә йөрөй, тауышһыҙ хәрәкәт итә. Күбеһенсә кеше үлтереүселәргә килә, ишек туҡылдатып, илап шом һала. Үлтереүсенең Ө. йөҙәтеүҙәренән күңел тыныслығын юғалтып, аҡылдан яҙыуы, үҙ‑үҙенә ҡул һалыуы ихтимал. Өрәк осраһа уны яман һүҙҙәр м‑н әрләп ҡыуырға кәрәк. Күп халыҡтарҙың мифологияһында бар.

Ф.Ғ.Хисамитдинова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.