АРҒАЯШ БАШҠОРТ МИЛЛИ ОКРУГЫ, 1934 й. 17 ғин. Силәбе өлкәһе составында ойошторола. Округҡа БАССР составынан алынған Арғаяш районы һәм Ҡоншаҡ районы инә. Төньяҡта — Силәбе өлк. Наҙы‑Петровск, Өпәле һәм Ташлы, көнсығышта — Тинес, көньяҡта — Силәбе һәм Мейәс, көнбайышта Златоуст һәм Медведевск р‑ндары м‑н сиктәш була. Үҙәге — Арғаяш ауылы. Майҙаны — 6772 км2. Халҡы — 83 мең кеше. 1934 й. 17 нояб. бөтөрөлә, Арғаяш һәм Ҡоншаҡ р‑ндарының юридик статусы Силәбе өлк. башҡа райондары м‑н тигеҙләнә.

Әҙәб.: Валеев Д.Ж. Судьба аргаяшских башкир: история и современность. Уфа, 2002; Хакимов Р.Ш. Земля Аргаяшская: история и современность. Челябинск, 2005.

Д.Ж.Вәлиев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке