“ӨМЕТ” (“Өмөт”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. 1991 й. июленән Өфөлә аҙнаһына 2 тапҡыр татар телендә сыға. Тира‑ жы — яҡынса 20 мең дана (2015). Гәзиттә үҫеп килгән йәш быуынды әхлаҡи һәм рухи йәһәттән тәрбиәләү мәсьәләләре б‑са мәҡәләләр баҫыла, сәйәси, соц.‑иҡт. мәсьәләләр, хәҙ. йәштәр проблемалары һ.б. яҡтыртыла. Рубрикалары: “Башҡортостан: кисә, бөгөн, иртәгә”, “Республиканың ижтимағи тормошо”, “Аҙналыҡ күҙәтеү”, “Был көнүҙәк”, “Уртаҡлашырға теләйем” һ.б. Ай һайын татар телендә “Сатҡылар” (1991 й. алып), “Сихәт” (2002 й. алып), “Мин — йәш” (2007 й. алып) ҡушымталарын сығара. Баш мөхәррирҙәре: М.Н.Муллаҡаев (1991 й. алып), Ф.К.Фәтхетдинов (1994 й. алып), Р.Ғ.Ноғоманов (2001 й. алып).

Р.Ғ.Ноғоманов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018