“ОХРАНА ТРУДА И ПРОМЫШЛЕННАЯ БЕЗОПАСНОСТЬ” (“Хеҙмәтте һаҡлау һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге”), махсуслаштырылған гәзит. Ойоштороусыһы — Тармаҡ‑ара институт. Гәзит БР Хеҙмәт һәм соц. яҡлау министрлығы, БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы, БР б‑са дәүләт автоюлдар күҙәтеүе идаралығы ярҙамында сыға. 2001 й. нояб. алып Өфөлә аҙнаһына 1 тапҡыр урыҫ телендә нәшер ителә. Тиражы — 700 дананан ашыу (2015). Гәзиттә хеҙмәтте һаҡлау һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге б‑са материалдар, контроль органдарының тикшереү һәм тикшеренеү һөҙөмтәләре һ.б. баҫыла. Рубрикалары: “Дә .ләт хеҙмәт инспекцияһы хәбәр итә”, “Күргәҙмә”, “Бар шундай һөнәр”, “Янғын хәүефһеҙлеге”, “Йәмәғәт советы” һ.б.

Г.З.Муллаҡаева

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Яндекс.Метрика