ОРХОН-ЙӘНӘСӘЙ ҠОМАРТҠЫЛАРЫ ТЕЛЕ, Төрки ҡағанаты һәм Ҡырғыҙ ҡағанаты (6 б. 2‑се ярт. – 13 б. башы) дәүере ҡомартҡыларындағы боронғо төрки телдәрҙең береһе (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре). Байтаҡ төрки ҡәбиләләр өсөн диалекттан өҫтөн булған койненың яҙма формаһы итеп ҡулланылған, тип фараз итәләр. О.‑й.ҡ.т. боронғо төрки рун яҙмаһын файҙаланғандар. Боронғо яҙма ҡомартҡылар 7 б. ҡарай (ҡара: Боронғо төрки әҙәбиәт). Фонетик үҙенсәлектәре: төрлө ҡомартҡыларҙа һүҙҙең уртаһында һәм аҙағында [д] — [ҙ] — [й] тартынҡыларының сиратлашыуы, мәҫ., “адаҡ” (аяҡ) а[д] аҡ – “аҙаҡ” а[ҙ]аҡ – айаҡ а[й]аҡ, “бод” (кәүҙә) бо[д] – “боҙ” бо[ҙ] — “бой” бо[й] һ.б.; [ш] — [с], мәҫ., “эш” (дуҫ) э[ш] — “эс” э[с], “бошан-” (бушау) бо[ш]ан — “босан” бо[с]ан һ.б.; башҡорт телендә һүҙ башында килгән [м] урынына [б] тартынҡыһын ҡулланыу, сағ.: орхон-йәнәсәй ҡомартҡылары телендә “бән” [б]ән — башҡортса “мин” [м]ин, “бойын” [б]ойын – “муйын [м] уйын һ.б. Морфологияһына төшөм килештең -ығ/-иг формаһын; шаһитһыҙ үткән заман ҡылымының башлыса -мыш формаһын, киләсәк заманда — -тачи/-тәчи, шарт һөйкәлешендә — -сар/-сәр, теләк модаллегендә -са/-сә һ.б. формаларын ҡулланыу хас. Синтаксисында теркәүесһеҙ ҡушма һөйләмдәр (ваҡыт, шарт, аныҡлаусы, сәбәп һәм маҡсат) өҫтөнлөк итә. О.‑й.ҡ.т. һүҙлек со‑ ставы нигеҙендә дөйөм төрки лексикаһы ята, әҙерәк ҡытай һәм согдий телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Хәҙ. башҡ. телендә һүҙҙең башында ышҡыулы [т], [к], [ҡ] һаңғырау тартынҡылар; көньяҡ диалекттың урта һөйләшендә [л], [н], [ң], [р] сонор тартынҡыларының [т], [к], [ҡ] һаңғырау тартынҡылары м‑н диссимилятив ҡушылмалары һаҡланған, сағ.: орхон-йәнәсәй телендә һәм башҡ. теле диалектында “анта” а[нт]а — әҙәби башҡ. телендә “унда” у[нд]а, орхон-йәнәсәй телендә “беңкү” бе[ңк]ү — башҡ. диалекты телендә “мәңке” мә[ңк]е — әҙәби башҡ. телендә “мәңге” мә[ңг]е һ.б.; лексикаһында — яҡынса 90% ҡылым нигеҙе һаҡланып ҡалған.

Әҙәб.: А х м е т о в М.А. Глагол в языке орхоно-енисейских памятников (в сравнительном плане с современным башкирским языком). Саратов, 1978; В а с и л ь е в Д.Д. Корпус тюркских рунических памятников бассейна Енисея. Л., 1983; Х и с а м и т д и н о в а Ф.Г. История башкирского языка: материалы по исторической фонетике. Уфа, 1989.

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика