ОРФОЭПИЯ (гр. orthoјs – дөрөҫ һәм eЈpos – телмәр), 1) мәғәнә берәмектәренең (морфемалар, һүҙҙәр, һөйләмдәр) дөрөҫ әйтелешен тәьмин иткән милли тел нормаларының йыйылмаһы; әйтелеш, баҫым һәм интонация нормаларын үҙ эсенә ала; 2) тел ғилеменең ошо нормаларҙы өйрәнгән бүлеге. Башҡорт теле О. формалашыуы дөйөм халыҡ теле һәм башҡорт теле диалекттарының (башлыса көнсығыш диалект һәм көньяҡ диалект) әйтелеш үҙенсәлектәренә барып тоташа, сәсәндәр һ.б. телмәрендә үҫешә. 20 б. 30‑сы йй. башҡ. әҙәби теле О. төп нормалары билдәләнә, улар төп башҡ. һүҙҙәрендәге һәм үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге төрлө өндәрҙең әйтелеш үҙенсәлектәрен, өндәрҙең комбинаторлы үҙгәреше ваҡытында фонетик модификацияларҙы һ.б. сағылдыра. Башҡ. теленең хәҙ. О. түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үҙ эсенә ала: 1) ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә һәм фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә һүҙ аҙағындағы һәм һуҙынҡылар алдындағы [и] өнө [ий] тип әйтелә, мәҫ., “синфи” синф[ий] һ.б.; 2) әгәр ике һүҙ араһында һуҙынҡылар тура килһә, уларҙың береһе төшөп ҡала, мәҫ., “ни эшләй” [нишләй] һ.б. 3) урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр аҙағында [б], [в], [г], [д], [ж], [з] яңғырау тартынҡылары һаңғыраулана, мәҫ., “гипноз” гипно[с], “клуб” клу[п] һ.б.; 4) һуҙынҡылар араһында йәки [ҙ], [з], [ж], [й], [р], [л], [ү] тартынҡыларынан һуң [б] өнө [в] тип әйтелә: “китабым” кит[авы]м, “яр буйлап” я[рву]йлап һ.б.; ошоға оҡшаш позицияларҙа [ҡ], [к] өндәре яңғыраулана, мәҫ., “ишек алды” иш[ега]лды, “бал ҡорто” ба[лғо]рто һ.б.; 5) әгәр һүҙ -зд, -ст м‑н бөтһә, әйтелештә [д], [т] өндәре төшөп ҡала, мәҫ., “поезд” пое[з], “текст” тек[с] һ.б. Башҡ. теленең О. нормалары тәүге тапҡыр Ж.Ғ.Кейекбаев тарафынан эшләнә. О. үҫешендә әҙәби әйтелеште пропагандалаған театр, радио һәм телевидение ҙур роль уйнай.

Әҙәб.: И ш б у л а т о в Н.Х., Ә х т ә м о в М.Х. Хәҙерге башҡорт теле. Фонетика, графика, орфография, орфоэпия, грамматиканың төп төшөнсәләре, морфеми‑ ка, морфонология, һүҙьяһалыш. Өфө, 2002.

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика