ОРФОГРАФИЯ (гр. orthoјs – дөрөҫ һәм ...графия), телмәрҙе яҙыу аша биреү алымының бер төрлөлөгөн билдәләгән, тарихи яҡтан формалашҡан ҡағиҙәләр системаһы; ошо ҡағиҙәләрҙе өйрәнгән һәм тикшергән тел ғилеме бүлеге. О. ҡағиҙәләре теге йәки был график тамғаны яҙыу мөмкинлеген биргән төрлө принциптарға нигеҙләнә. О. төп принциптары: 1) фонетик – хәреф әйтелгән өнгә тап килә; 2) морфологик – морфема, әйтелешкә ҡарамай, бер төрлө яҙыла; 3) традицион – һүҙҙең тәүге яҙылышының ҡулланылыуы.

Башҡорт теле О. ҡағиҙәләрен тәү башлап эшләү 20 б. 20‑се йй. Академүҙәк эргәһендәге Орфографик комиссия эшмәкәрлегенә бәйле; комиссия составында Ф.Сәйфи Өфөлө (рәйес), Г.Шонаси, С.Л.Рәмиев, һуңыраҡ – Ғ.Ф.Вилданов, Х.Кәримов, Ш.Ә.Манатов, Ш.Ә.Хоҙайбирҙин, Д.Юлтый һ.б. эшләй. Тәүге башҡ. О. фонетик принципҡа нигеҙләнә. 1924 й. Рәмиев тарафынан ғәрәп алфавиты нигеҙендә башҡорт яҙыуы өсөн О. проекты эшләнә; унда өндәрҙе яҙыу аша биреү ҡағиҙәләре, аффикстар, киҫәксәләр, теркәүестәрҙең һ.б. дөрөҫ яҙылышы тасуирлана. Артабан О. ҡағиҙәләренең башҡа варианттары тәҡдим ителә (1924, төҙ. Вилданов; 1924, төҙ. Х.Ғ.Ғәбитов, Н.Т.Таһиров; 1925, төҙ. Ғ.Х.Алпаров, Ғәбитов), улар башҡ. грамматикаһы б‑са тәүге дәреслектәрҙе төҙөгәндә ҡулланыла. 1928 й. БАССР ХКС‑ы тарафынан Ғ.Й.Дәүләтшин һәм Х.Хәбиров эшләгән О. раҫлана. Латин алфавитына нигеҙләнгән яҙыу өсөн О. эшләү Яңы башҡорт алфавиты комитеты эшмәкәрлегенә бәйле. 1930 й. БАССР ҮБК Президиумы тарафынан фонетик һәм морфологик принциптарға нигеҙләнгән О. ҡағиҙәләре ҡабул ителә; О. артабанғы варианттары 1936 й. һәм 1938 й. эшкәртелә (БАССР ЮС‑ы Президиумы Указы м‑н раҫлана һәм 1939 й. баҫылып сыға). Кириллицаға күскәндән һуң 1939 й. БАССР ЮС‑ы Президиумы Указы м‑н башҡ. теленең фонетикаһына һәм грамматик төҙөлөшөнә айырыуса яҡын булған О. раҫлана (1940 й. баҫыла); артабан ошо ҡағиҙәләргә өҫтәмәләр һәм үҙгәрештәр индерелә (1942; 1951), киң мәғлүмәт сараларында ҡағиҙәләрҙе яҡшыртыу б‑са тәҡдимдәр баҫтырыла. 1981 й. Ә.Ғ.Бейешев тарафынан эшләнгән БАССР ЮС‑ы Президиумы Указы м‑н раҫланған О. яңыртылған проекты ҡабул ителә (1982 й. баҫыла). Хәҙ. башҡ. теле О. төп принцибы – фонетик; ш. уҡ морфологик, традицион, график һ.б. принциптар ҙа ҡулланыла. Башҡ. О. түбәндәге бүлектәрен айыралар: 1) өндәрҙе яҙыу аша биреү ҡағиҙәләре, уларҙың нигеҙендә бер нисә принцип була: фонетик, мәҫ., фонемаларҙың сиратлашыу позицияһы ҡағиҙәһе (һүҙ аҙағындағы [ҡ], [к], [п] тартынҡылары һуҙынҡы м‑н башланған аффикс ҡушылғандан һуң яңғыраулана): “ҡалаҡ” — “ҡалағы”; график, мәҫ., ҡайһы бер үҙләштерелгән һүҙҙәр (интернационализмдар һ.б.) урыҫ теле О. ярашлы яҙыла: “архив”, “велосипед” һ.б.; морфологик, мәҫ., һүҙҙәр аҙағындағы ассимиляцияға дусар ителгән [н] тартынҡыһы яҙыуҙа үҙгәрмәй: “алдынғы” — алды[ңғ]ы һ.б.; традицион, мәҫ., “ғаилә”, “мәғариф” һ.б.; 2) баш һәм бәләкәй хәрефтәрҙең дөрөҫ яҙылышы, улар яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе айырыуға (семантик принцип), тексты бүлеүгә (синтаксик принцип) бәйле һ.б.; 3) һүҙҙәрҙе бергә, айырым һәм дефис аша яҙыу ҡағиҙәләре, улар лексик‑морфологик принципҡа нигеҙләнә, мәҫ., ике компоненттың беренсеһе ҡыҫҡартылып килгәндә ҡушма һүҙҙәр бергә яҙыла: “драмтүңәрәк”, “пединститут”; һүҙьяһалыш‑грамматик принципта, мәҫ., парлы һүҙҙәр дефис аша яҙыла: “берҙән-бер”, “асыҡтан-асыҡ”; дифференциаль принципта, мәҫ., омофондарҙы (ҡара: Омонимдар) сағыштырғанда: “ҡартайыу” — “ҡарт айыу” һ.б.; 4) һүҙҙең өлөштәрен бер юлдан икенсе юлға күсереү ҡағиҙәләре, улар һүҙҙең ижек төҙөлөш үҙенсәлектәренә бәйле: “баҡ-са-лар” һ.б.; 5) график ҡыҫҡартыуҙар ҡағиҙәләре, һүҙҙең тәүге хәрефен төшөрөп ҡалдырыуҙы, ҡыҫҡартылған хәрефтәрҙең һаны 2‑нән кәм булмаҫҡа тейешлекте, “й”, “ъ”, “ь” хәрефтәренә ҡыҫҡартыуҙарҙың тамамлана алмауын билдәләй: “киҫәксә” – “киҫ.” һ.б.

Башҡ. теленең төрлө график системалары өсөн О. эшләгәндә хәрефтәрҙең фонетик системаға (ҡара: Башҡорт теленең фонетик системаһы, Графика) тап килмәүе; башҡорт теле диалекттарының береһенә генә хас булған тел билдәләрен һайлау; сингармонизм закондарын һаҡлау; яҙыуҙа өндәрҙең комбинаторлы үҙгәрештәренең, морфонологик күренештәрҙең сағылышы (ҡара: Морфонология) һ.б. бәйле мәсьәләләр хәл ителә. Т.Ғ.Байышев, Бейешев, Ж.Ғ.Кейекбаев, Ә.И.Харисов, Ә.Ә.Юлдашев, Ҡ.З.Әхмәров һ.б. хеҙмәттәре башҡ. теле О. мәсьәләләренә арналған; орфографик һүҙлектәр төҙөлгән (ҡара: Лексикография).

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика